Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Июль 2023, 15:50

Бер ғәйепһеҙгә 13 йыл төрмәлә ултыра

Нахаҡ өсөн Фәтҡулла Исхаҡов 550 миллион һум аҡса һорай. Был сумманы бирерҙәрме икән? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?  

Бер ғәйепһеҙгә 13 йыл төрмәлә ултыра
Бер ғәйепһеҙгә 13 йыл төрмәлә ултыра

Фатҡулла Исхаҡов 64 йыл элек юҡҡа ғәйепләнеп, 13 йыл ғүмерен төрмәлә үткәрә. Ысын ғәйепле кеше бары тик  ғүмеренең аҙағында ғына дөрөҫөн әйтә. 

Был хәл 1959 йылда Башҡортостандың Әлшәй районы Раевка ауылында була. Йәйге көндәрҙең береһендә ауыл егете Наил самогон эсеп,  көнләшеп,  ҡыҙын һәм уның ата-әсәһен лезвие менән киҫкәләй. Ҡурҡҡан ҡыҙ, ярҙам һорап, күршеһе Фәтҡулла өйөнә  йүгереп инә. Ул беренсе ярҙам күрһәткәндә, ығы-зығыла өйҙәге әйберҙәр ҡан менән буяла. Бәхеткә ҡаршы, ҡыҙ үлмәй.

Иртә менән Фәтҡулланың өйөнә милиция килеп керә. Йәнәһе, уның төнөн ауыл буйлап иҫереп йөрөгәнен күргәндәр. Ҡан таптарын күргәс, милиционерҙар ҡурҡып ҡалған ауыл малайын ҡулға алып, бүлеккә алып китәләр. Эште бик тиҙ тикшерәләр, тик Фәтҡулла файҙаһына түгел. Зыян күргән ҡатын-ҡыҙҙар уға ҡаршы күрһәтмә бирмәһә лә, Фәтҡулла енәйәтсе тип таныла. Енәйәт ҡоралы тип шунда уҡ балтаны атайҙар! Һөҙөмтәлә, егетте үлтереүгә һөжүм итеүҙә ғәйепле тип таныйҙар һәм халыҡ суды уны 15 йылға иркенән мәхрүм итә. Ысын енәйәтсе, шулай итеп, иректә ҡала. Бер нисә айҙан һуң Фәтҡулланың балаға уҙған кәләше үлә, ә уның ике йәшлек улы етем ҡала. Бер ғәйепһеҙ килеш ул 13 йыл буйына төрмәлә ултыра һәм ваҡытынан алда азат ителә.

Фәтҡулла, иреккә сыҡҡас, улын тәрбиәләй башлай (ошо мәлдә балаға 15 йәш тулған була!) һәм эшкә урынлаша. Ир тормошон яйға һала, эшкә урынлаша, тағы  өйләнә. Балалары тыуа.

2012 йылда ғәжәп хәл була. Ысын енәйәт эшләүсе Наил үҙ ғәйебен танып, прокуратураға ғариза яҙа. Оҙаҡ ваҡыт уҙғанлыҡтан, ул яуаплылыҡҡа  тарттырылмай. Рәсәй закондары буйынса хатта иң ныҡ ауыр енәйәттәр буйынса ла "срок давности" 15 йыл тәшкил итә.

Наил Фәтҡулла менән дә осраша һәм унан ғәфү һорай. Ә бер йылдан һуң яңғыҙлыҡтан  вафат була. Енәйәтсегә Аллаһ йәшлек гонаһтары өсөн яза бирә – ул ғаилә ҡора алмай.

Фаткулла ярты быуаттан артыҡ ғәҙеллекте ҡайтарырға тырыша. 2019 йылда уның эшен Башҡортостандың Юғары судында ҡарайҙар. Тик тикшереү комитеты бабайҙың ялған ғәйепләү һәм фальсификация ҡорбаны булыуын таныһа ла, прокуратура эште ҡайтанан ҡарарға рөхсәт итмәй. 2022 йылдың йәйендә эш Рәсәй Юғары судының президиумында ҡарала. Эште өр-яңынан ҡарау башлана, ләкин суд ҡарары ғәмәлдән сығарылмай.

Үҙенең адвокаты Виталий Буркин менән бергә пенсионер ахырға тиклем барырға ҡарар итә. 2023 йылдың мартында ул Рәсәй Юғары суды рәйесе Лебедевҡа эмоциональ мөрәжәғәт яҙҙыра

– Нигеҙһеҙ һәм законһыҙ хөкөм ҡарарын ғәмәлдән сығарығыҙ, миңә реабилитация алырға мөмкинлек бирегеҙ. Мине бер  юҡҡа иһә мыҫҡыл итеү 64 дауам итә. Был доньяны тыныс күңел менән ташлап китәм! – тип әйтә ул күҙ йәштәре менән.

Ниһәйәт, 64 йылдан һуң, 25 майҙа Рәсәйҙең Юғары суды енәйәт эшен ярашлы итеп ҡайтанан Фәтҡулла Исхаҡовты ғәйепһеҙ тип таный. Шулай итеп, пенсионер, рәсми рәүештә аҡлана. Хәҙер Фәтҡулла Исхаҡов мораль юғалтыуҙарын кире ҡайтарыу өсөн судҡа мөрәжәғәт иткән. Төрмәләге 13 йыл ғүмерен ул 550 миллион һумға баһалаған. Ысын ғәйепле кеше вафат булыу сәбәпле, яуап биреүсе булып Рәсәйҙең Финанс министрлығы сығыш яһай. Был хаҡта кисә Фәтҡулла Исхаҡовтың адвокаты хәбәр итә.

– Фәтҡулла Исхаҡов осрағында уҡ ғәйеплеләрҙе язаға тартыу мөмкин түгел. Бөтә алдаҡсылар вафат. Ә Фәтҡулла Исхаҡов үҙенең һыҙланыуҙарын 550 миллион һумға баһалай. Молодец, олатай! Ғүмер әле башлана ғына, – тип яҙған уның юрисы.

 

Сығанаҡ: КП Уфа

Автор:
Читайте нас: