Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Июль 2023, 14:10

Радий Хәбиров майор Илгиз Усмановтың ғаиләһенә барҙы

Геройҙың ата-әсәһе Исмәғил Нурлығаян улы һәм Сәймә Байзәүи ҡыҙы, ҡатыны Регина Радик ҡыҙы һәм улдары Руслан, Рамаҙан менән аралашҡанда Радий Хәбиров уларҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

Радий Хәбиров   майор Илгиз Усмановтың ғаиләһенә барҙы
Радий Хәбиров майор Илгиз Усмановтың ғаиләһенә барҙы

Бөгөн, 19 июлдә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шишмә районының Ҡара Яҡуп ауылына махсус хәрби операция барышында һәләк булған майор Илгиз Усмановтың ғаиләһенә барҙы.

Геройҙың ата-әсәһе Исмәғил Нурлығаян улы һәм Сәймә Байзәүи ҡыҙы, ҡатыны Регина Радик ҡыҙы һәм улдары Руслан, Рамаҙан менән аралашҡанда Радий Хәбиров уларҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

«Һеҙ Тыуған илгә хеҙмәт итеү юлын, танкист һөнәрен һайлаған илһөйәр ул тәрбиәләп үҫтергәнһегеҙ. Республика Илгиз Исмәғил улы хаҡында бер ҡасан да онотмаҫ, беҙ янығыҙҙа булырбыҙ, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итербеҙ», - тине Башҡортостан Башлығы.

Республика етәксеһе яугирҙең хәләл ефетенә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы, майор Илгиз Усманов был наградаға махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ булған.

Башҡортостанға йәшәргә ҡайтырға йыйынмайһығыҙмы, тип һораны Башҡортостан Башлығы майорҙың ғаиләһенән.

«Беҙ 17 йыл инде Мәскәү өлкәһенең Наро-Фоминск ҡалаһында йәшәйбеҙ, балалар унда мәктәпкә йөрөй, спорт менән шөғөлләнә. Мәктәпте тамамлағас, улар Мәскәүҙең юғары уҡыу йорттарына инергә теләй. Илгиздең хеҙмәттәштәре беҙҙең менән һәр саҡ бәйләнештә, шылтыратып хәл белешеп тора, ярҙам күрһәтә», - тине Регина Усманова. 

Радий Хәбиров майорҙың улдарына велосипедтар һәм мәктәп рюкзактары бүләк итте.

«Республика балаларығыҙға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, Шишмә районы хакимиәте менән бәйләнештә булығыҙ. Белеүегеҙсә, минең шәхсән ҡушыуым буйынса Республика кардиология үҙәгендә ата-әсәләрҙе реабилитациялау һәм һауыҡтырыу өсөн махсус программа әҙерләнгән. Улыңды юғалтыу - күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғы. Ике аҙна эсендә тейешле дауа алырға мөмкин, һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләренең күпселеге ошо мөмкинлектән файҙаланды», - тине Радий Хәбиров.

Азат Ғиззәтуллин.

Фото: Башинформ

Автор:
Читайте нас: