Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
31 Август 2023, 13:40

Байрамығыҙ менән, ветеринарҙар!

Барлыҡ ветеринар хеҙмәткәрҙәренә уңышлы хеҙмәт, бәхет, именлек, йортоғоҙға ҡот-бәрәкәт, ныҡлы һаулыҡ, күтәренке кәйеф теләйбеҙ!

Байрамығыҙ менән, ветеринарҙар!
Байрамығыҙ менән, ветеринарҙар!

Бөйөк врач-физиолог Иван Павлов: «Врач кешене дауалай, ветеринар — бөтә кешелекте», тигән. Был өлкәлә эшләгән белгестәр малдарҙы төрлө ауырыуҙарҙан дауалап ҡына ҡалмай, ул сирҙәрҙең кешеләргә таралыуын да иҫкәртә. 

Ветеринар профессияһы – иң боронғо һәм гуманлы һөнәрҙәрҙең береһе. Бөгөн ветеринария хеҙмәте белгестәре йәмәғәт секторына, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына, шәхси ихаталарға ветеринар хеҙмәте күрһәтеүҙе камиллаштырыуға тос өлөш индерә. Былар барыһы ла илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә мөһим фактор булып тора, ветеринар хеҙмәтенә ихтыяж артҡандан-арта.

Һүрәттә: Башҡортостан республика ветстанцияһының бүлек мөдире Ғәлим Игебаев.


Фото: Айнур АҠЫЛОВ

Автор:
Читайте нас: