Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Сентябрь 2023, 11:00

Террор һөҙөмтәһендә 334 кеше үлә

Яңы уҡыу йылының тантаналы линейкаһы ваҡытында Бесландың 1-се мәктәбе ҡораллы террорсылар тарафынан баҫып алына.

Террор һөҙөмтәһендә 334 кеше үлә
Террор һөҙөмтәһендә 334 кеше үлә

Рәсәйҙә йыл һайын 3 сентябрҙә – терроризмға ҡаршы Берҙәмлек көнө билдәләнә. Был көн 2004 йылдағы Төнъяҡ Осетияның Беслан ҡалаһындағы фажиғәһенә бәйле.

Яңы уҡыу йылының тантаналы линейкаһы ваҡытында Бесландың 1-се һанлы мәктәбе ҡораллы террорсылар тарафынан баҫып алына.

Ут өйөрмәһе яуҙырып, бандиттар барыһын да мәктәп бинаһына ҡыҫырыҡлап индерә. Бәләкәй класс уҡыусылары, ата - әсәләр, уҡытыусылар - барыһы бер мең ике йөҙҙән ашыу кеше террорсылар ҡулында ҡала. Ата-әсәләр, уҡытыусылар аманатлыҡҡа алынып, ике көн буйына уғата ауыр шарттарҙа – үлем менән йәшәү араһында була. Террорсылар үҙҙәрен йыртҡыстарса тота. Өс көн дауамында балаларҙы ашатмай-эсермәй, шартлатҡыс тултырылған спортзалда ҡурҡытып тота.Террор һөҙөмтәһендә 334 кеше үлә (шуларҙың 180-дән күберәге балалар), 783 кеше яралана.

Фото: krasivoe-foto.ru

Автор:
Читайте нас: