Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
6 Сентябрь 2023, 13:05

Малай ун шар йотҡан...

Магнит шарҙары хәүефле уйынсыҡтар.  Улар эсәктең төрлө урындарында бер-береһенә тартыла.

Малай ун шар йотҡан...
Малай ун шар йотҡан...

Өфөлә табиптар ун магнит шарын йотҡан баланы ҡотҡарған, тип хәбәр итәләр «Башинформ» ға Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһына ашҡаҙан ауыртыуынан зарланған өс йәшлек сабыйҙың ата-әсәһе мөрәжәғәт иткән. Табиптар ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларын рентгенологик тикшереү үткәрә һәм магнит шарҙарын таба һәм 3 миллиметрлыҡ 10 шар сығарған.

"Магнит шарҙары-хәүефле уйынсыҡтар, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды белгестәр. - Улар эсәктең төрлө урындарында бер-береһенә тартыла. Был эсәктәрҙең хәрәкәтһеҙ ҡалыуына, некроз, перитонит һәм сепсис барлыҡҡа килеүенә килтерә. Шуға ла кескәй балаларға бындай хәүефле әйберҙәрҙе биреүҙән ары торорға кәрәк. 

Фото: Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте

Вероника Никитина

Автор:
Читайте нас: