Шоңҡар
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
9 Октябрь 2023, 20:20

Әсәйебеҙ юғалды!

4 һәм 17 йәшлек балалары менән ҡайтып барған әсә юлда ғәйеп булған...

Әсәйебеҙ юғалды!
Әсәйебеҙ юғалды!

Төньяҡ Кавказ өлкәһе транспорт полицияһының телеграм-каналында хәбәр ителгәнсә, 45 йәшлек әсә 4 һәм 17 йәшлек балалары менән Адлерҙан  Санкт-Петербургҡа ҡайтып барған. Ул Краснодар крайындағы бер станцияла аҙыҡ алыу  өсөн поездан төшкән. Шунан, юлдарҙы бутап, бүтән  поездға ултырып киткән. Махачкаланан Санкт-Петербургка бара торган поезд булған был.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре яңғыҙ ҡалған балаларҙы оҙата киткән. "Лихая" станцияһы килеп еткәс, полиция хеҙмәткәрҙәре балаларға юғалған әсәйҙәрен табып биргән. Ведомствола билдәләп үтелгәнсә, бер ниндәй ҙә енәйәтсел эш булмаған, балаларҙың ғүмеренә һәм сәламәтлегенә хәүеф янамаған.

Фото: stolicaonego.ru

Автор:
Читайте нас: