Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Октябрь 2023, 13:20

Ауыл уртаһында айыу ташланған

 Бөгөн иртән Ишембай районы  Петровский ауылы үҙәгендә була был фажиғә. 

Ауыл уртаһында айыу ташланған
Ауыл уртаһында айыу ташланған

 Бөгөн иртән Ишембай районы  Петровский ауылы үҙәгендә була был фажиғә.  Шаһиттар әйтеүенсә, ҡатын янғын һүндереү часынан алыҫ түгел генә барған, уның ҡаршыһына  ике балаһы  менән айыу йүгереп сыҡҡан. Күрәһең, йыртҡыс үтеп барыусыны үҙенең балалары өсөн хәүефле тип һанаған һәм һөжүм иткән. Ҡатын ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған. Шулай уҡ  мәктәп уҡыусыһы ла айыуҙың ҡорбаны була яҙған. Уҙып барған ир машина сигналы менән йыртҡысты ҡурҡыта һәм ҡыҙҙы салонға ултыртып ала.

Тиҙҙән һунар инспекторҙары ҡатынға һөжүм иткән айыуҙы атып үлтергән. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Биргулиев һүҙҙәренсә, урман ҡунағы  ауыл буйлап йөрөгән. Бындай хәлдә ҡырағай хайуан бик ҡурҡыныс һәм тирә-яҡтағыларға хәүеф тыуҙыра.

Фото: Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте

Ауыл уртаһында айыу ташланған
Ауыл уртаһында айыу ташланған
Автор:
Читайте нас: