Шоңҡар
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Октябрь 2023, 11:15

Ирҙәрсә өҙә һуға ла ҡуя

Йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү темаһына ҡағылғанда, мин дә үҙемде борсоғандарҙы әйтеп ҡалырға тырыштым. Тотош быуындарҙы Бөйөк Ватан һуғышы, батырҙар, рухиәт, ҡаһарманлыҡ темаһы менән үҫтергән ветеран яҙыусыларҙың хәтирәләре, мираҫтары инде нисә йылдар ҡайҙалыр йәшерен урында ятырға мәжбүр. Милли әҙәбиәт музейының фонд тотор, күргәҙмәләр яһар үҙ йорто юҡ.

Ирҙәрсә өҙә һуға ла ҡуя
Ирҙәрсә өҙә һуға ла ҡуя

Кисә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, әлеге көндә хәрби операцияһы зонаһында хеҙмәт итеүсе Азат Шамил улы Бадранов йыйҙы. Һөйләшеү төрлө темаларға барҙы. Ҡыҫҡа ваҡытлы ғына ялға ҡайтҡан Бадранов журналистарға, яҙыусыларға һәм тарих, архив, мәғариф өлкәләренә лә ваҡыт бүлде. Ошо хаҡта Милли әҙәбиәт музейы директоры Миләүшә Ҡаһарманова үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлаша. "Азат Шамилевич менән һөйләшеүҙәрҙә миңә нимәһе оҡшай: ул чиновниктарға уратып-суратып оҙон телмәр тоторға, "обо всем и ни о чем" тәҡрарларға бирмәй, - тип яҙа ул. - Ирҙәрсә генә өҙә һуға ла, проблеманы күргәнһең икән, уны хәл итеү юлын да тәҡдим итеүҙе талап итә. Шуға ла уның алдында, күҙәтеүемсә, буш һүҙ ҡуҙғатырға ынтылыусылар булмай.

Йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү темаһына ҡағылғанда, мин дә үҙемде борсоғандарҙы әйтеп ҡалырға тырыштым. Тотош быуындарҙы Бөйөк Ватан һуғышы, батырҙар, рухиәт, ҡаһарманлыҡ темаһы менән үҫтергән ветеран яҙыусыларҙың хәтирәләре, мираҫтары инде нисә йылдар ҡайҙалыр йәшерен урында ятырға мәжбүр. Милли әҙәбиәт музейының фонд тотор, күргәҙмәләр яһар үҙ йорто юҡ.

Үҙ сиратында Азат Шамил улы хәрби операциялағы егеттәрҙең саялығы, ундағы мөхит һәм йәшәйеш хаҡында әйтеп үтте. Нисектер олоғайып, ҡарашы ауырайып һәм хатта ҡырҡыуланып киткән ине етәксебеҙҙең. Донъяның хәсрәтле яғы кешегә ныҡ тәьҫир итә лә, күрәһең. Яу, һуғыш һәм илде яҡлау ирҙәр эше, эйе, әммә ул йөк ир-егетте үҙгәртә лә".

Фото: Бәйләнештә

Ирҙәрсә өҙә һуға ла ҡуя
Ирҙәрсә өҙә һуға ла ҡуя
Ирҙәрсә өҙә һуға ла ҡуя
Автор:
Читайте нас: