Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Ғинуар , 17:30

"Әсәйебеҙҙең арабыҙҙан китеүенә биш йыл"

Гөлсиә менән Зариф Хилажевтар – сәнғәт кешеләре ине.

"Әсәйебеҙҙең арабыҙҙан  китеүенә биш йыл"
"Әсәйебеҙҙең арабыҙҙан китеүенә биш йыл"

 

Учалыла Хилажевтар ғаиләһендәге  фажиғәгә биш йыл үтеп киткән. Яуыҙ әҙәм ҡулынан Гөлсиә фажиғәле һәләк булды, ә ғаилә башлығы көскә иҫән ҡалды. 

Гөлсиә менән Зариф Хилажевтар – сәнғәт кешеләре ине. Ҡатын "Башҡорт йыры" конкурсы лауреаты булараҡ халыҡҡа билдәле. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған һылыу мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай – матур йырлай, бейей, байрам, юбилей сараларын алып бара. Ә ғаилә хужаһы иһә "Байыҡ" бейеү фестивалендә гран-при алған. Уларҙың ете йәшлек ҡыҙы һәм өс йәшлек улы үҫә ине ул ваҡытта. Гөлсиәнең был донъянан китеүенә 13 ғинуарҙа биш йыл тулған. Ошо хөрмәткә  Хилажевтар аят уҡытҡан. Был хаҡта атай кеше үҙенең сәхифәһендә яҙа. "Беҙҙең ҡәҙерле әсәйебеҙҙең арабыҙҙан китеүенә биш йыл... Ул һәр ваҡыт беҙҙең менән, ул беҙҙең фәрештәбеҙ һәм нурыбыҙ! 13.01.19. Йыл һайын был көндө беҙ уның хөрмәтенә аят уҡытабыҙ. Наҙгөл менән Йәнгир", - тип яҙа. Гөлсиәнең йәне йәннәттә булһын. 

Фото: Бәйләнештә

 

"Әсәйебеҙҙең арабыҙҙан  китеүенә биш йыл"
"Әсәйебеҙҙең арабыҙҙан китеүенә биш йыл"
Автор:
Читайте нас: