Шоңҡар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Ғинуар , 09:10

“Миратты сихырлап үҙенә ҡаратты"

Бөрө ҡалаһында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәрен яҙып алып, һеҙгә тәҡдим итергә булдыҡ. Бәлки,  уның ғибрәтле тормошо бүтәндәр өсөн һабаҡ булыр... 

“Миратты сихырлап үҙенә ҡаратты"
“Миратты сихырлап үҙенә ҡаратты"

 

 

 

 ...Мират үҙенең буласаҡ кәләше Зәлиәне өйҙәренә таныштырырға тип алып ҡайтҡас, егеттең ата-әсәһе һәм туғандары сикһеҙ ҡыуанды. Бик яҡшы ҡатын булмаҡсы, тип уйланылар. Үҙе сибәр, уңған, етеҙ, теле-телгә йоҡмай, ғәләмәт эшлекле! Ҡыуаныстарынан барыһы ла йәштәргә ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә әҙер ине. Туй гөрләп уҙғас, Мираттың ата-әсәһе, өләсәйҙән ҡалған фатирҙы һатып,  йыйған аҡсаларын ҡушып, йәш ғаиләгә ҡала уртаһынан бына тигән фатир бүләк итеп, өй туйлап та ҡуйҙы...

Зәлиәнең быға тиклем бер ҡайҙа ла эшләгәне юҡ ине. Мәсьәлә танышлыҡ арҡаһында бик еңел һәм тиҙ хәл ителде: ҡалалағы ойошмаларҙың береһендә хеҙмәт урыны табылды. Йәш кәләшкә был урын бик килеште, кейәүенең туғандарына: “Әлегә миңә барыһы ла оҡшай. Декрет ялына тиклем эшләйем дә аҙаҡ ҡарармын”, – тине. Ҡәйнәһе килененең был һүҙҙәренән хатта иреп төштө: күптән ейән-ейәнсәр хаҡында хыяллана бит ул!

Ә йәш кәләшкә бында, ысынлап та, барыһы ла – эш тә, кешеләр ҙә – оҡшай ине. Бигерәк тә үҙенән байтаҡҡа олораҡ бай ирҙең уның иғтибарын йәлеп итеп, уға әүрәгәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Зәлиә. Бер хәлдән һуң, ул хәләленә барыһын да һөйләп: “Мин һинән китәм”, – тине. Тегеһе: “Хаталанаһың бит. Ҡайҙа бараһың?” – тиһә лә, хатта уға хыянатын ғәфү итеүе тураһында әйтһә лә, кәләше үҙ һүҙендә торҙо. “Айырылышайыҡ”, – тине, ҡәтғи итеп.

Уларҙың ошо хәлгә етеүенә, әлбиттә, барыһының да иҫе китте. Өҫтәүенә, ҡатын, законға ярашлы тип, бар мөлкәтте, шул иҫәптән фатирҙы ла, уртаға бүлдерәсәге хаҡында белдерҙе. Килендәренең сираттағы ҡылығына ҡәйнә кешенең йөрәге түҙмәне: дауаханаға эләкте. Мират та оҙаҡ ҡына иҫенә килә алмай йонсоно, бер кем менән дә аралашмай башланы. Иргә барыһы ла унан көлгән кеүек тойола ине. Бигерәк тә гүзәл зат вәкилдәренә ҡарай алмай йонсоно: улар барыһы ла ир өсөн хыянатсы булып күренде.

Тик тормош, шөкөр, ҡара биттәрҙән генә тормай. Бер көн ирҙең ата-әсәһе улдарын ғаилә байрамында ҡатнашырға саҡыра алды. Унда Мират төҫкә сибәр генә Нурания менән танышты. Улар аралаша һәм осраша башланы. Шулай итеп, ирҙең тормошо көйләнгәндәй тойолдо, ул икенсе тапҡыр ғаилә ҡорорға ниәтләнде. Был хәл тураһында белгәс, ата-әсәһе лә еңел һулап ҡуйҙы. Кем генә ғәзиз балаһына бәхет теләмәҫ?!

Әммә шул уҡ ваҡытта Зәлиәнең тормошо хөртәйгәндән-хөртәйҙе. Теге бай ир уның менән никахлашырға ашыҡманы. Баҡтиһәң, өлкән йәштәге балалары булған икән. Улар атаһының мөлкәте йәш ҡатынға эләкмәһен өсөн барыһын да законға ярашлы нығытып ҡуйҙы. Ирҙең ҡыҙҙары атаһының сираттағы ҡатыны менән хатта осрашырға ла теләмәне.

Был уңышһыҙлығынан һуң Зәлиә Миратты иҫенә төшөрә башланы. Һуң аңланы шул тәүге иренең бик яҡшы булғанлығын. Оҙаҡ уйлап тормай, Мират менән осрашыу мөмкинлеген эҙләп, уны урамда ҡарауылланы. Бер көн Миратты тап итеп: “Мин һинһеҙ йәшәй алмайым! Ниндәй иҫәр булғанмын...” – тип ҡосағына ташланды. Ир тағы ышанды юха ҡатынға... Күп тә үтмәй, улар йәшерен генә осраша башланы.

Улының тағы Зәлиә менән бергә буласағы хаҡында ишеткәс, әсә кеше йәнә дауаханаға эләкте: йөрәге күтәрә алманы был хәлде. Өйгә ҡайтҡас иһә, улынан Нурания менән айырылышмауын үтенде. Яуап итеп, Мират: “Мин Зәлиәне яратам! Тиҙҙән өләсәй буласаҡһың”, – тине...

Был хәлгә байтаҡ ваҡыт үтте инде. Зәлиә менән Мираттың икенсе ҡыҙҙары ла тыуҙы. Тик бына ирҙең ата-әсәһе ейәнсәрҙәре менән генә аралаша, ә килендәрен күргеләре лә килмәй. Нурания иһә невроздан ыҙалай, дауаханала ятып та ала. Уның һөйләшер темаһы хәҙер бер төрлө: “Миратты сихырлап үҙенә ҡаратты. Бағымсыға барма, башыңа бәлә алма тип, тиккә әйтмәйҙәр икән...”

 Фото: foto-besplatno.ru

Автор:Айһылыу Низамова

 

Автор:
Читайте нас: