Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
4 Февраль , 13:00

Ҡыйыу йөрәкле яугир

Ғафури районы Ҡауарҙы ауылынан 30 йәшлек Илһам А. (Һүрәттә) илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, тәүгеләр рәтендә 2022 йылдың 26 сентябрендә мобилизация буйынса хеҙмәткә алына.

Ҡыйыу йөрәкле яугир
Ҡыйыу йөрәкле яугир

Ғафури районы Ҡауарҙы ауылынан 30 йәшлек Илһам А. (Һүрәттә) илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, тәүгеләр рәтендә 2022 йылдың 26 сентябрендә мобилизация буйынса хеҙмәткә алына. Ҡазанда ике ай әҙерлек үткәс, айырым танк бригадаһында хәрби операция биләмәһенә инә. Ике тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булған, ошо арала йәнә ҡайтыуын көтәләр.

Яҡташыбыҙ Ҡауарҙы урта мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 18-се училищела төҙөүсе-ташсы һөнәрен үҙләштерә. Һөнәр алғандан һуң, Ватан алдындағы мөҡәддәс бурысын үтәргә барыуҙы үҙмаҡсат итеп ҡуйған 18 йәшлек егет оҙаҡ уйлап тормай, үҙ теләге менән Ҡораллы Көстәр сафына баҫа. Дондағы Ростовта хәрби бурысын танкист булып үтәп, “Ҡырым өсөн”, “Хеҙмәттәшлек өсөн” һәм башҡа наградаларға лайыҡ булып, хеҙмәт итеп ҡайта.
Ҡауарҙы ауылында йәшәүсе Алһыу Ғарифйән ҡыҙы менән Таһир Тимерғәле улы Аҡмырҙиндарҙың биш балалы ғаиләһендә өс апаһынан һуң, дүртенсеһе булып донъяға килә Илһам. Алһыу Ғарифйән ҡыҙы бынан 41 йыл элек ауылға Мишкә районының Оло Шаҙы ауылынан килен булып төшкән, быйыл 8 мартта юбилейы - 65 йәше. Аҡмырҙиндар ғаиләһендә иң өлкәне - ҡыҙҙары Лилиә өс балаға (ике малай, бер ҡыҙ) инәй, Люциәнең - ике ҡыҙы, Айзиләнең алты балаһы (дүрт ҡыҙ, ике малай) бар. Оя төбө - иң кесеһе Илгизәр өйләнмәгән әле, инәһе менән бергә атай йортонда йәшәй. Күпләп мал-тыуар аҫрайҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығының ғына ғүмере ҡыҫҡа була, улы махсус хәрби операцияға алынған йылды мәрхүм булған.
– Улым махсус хәрби операцияға, армияға киткәндәге кеүек, бик теләп китте. Сөнки илһөйәрлек рухы унда бик көслө. Әлбиттә, башта бик ҡыйын ине, ҡайғырып, күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрелде. Һаулығы шәптән түгел, шуға борсолам, иҫән-һау ғына йөрөһөн инде. Шылтыратҡанда: “Инәй, ҡайғырма, барыһы ла һәйбәт”, тиеүе мине тынысландыра. Ауылдаштар Илһамға атап әҙерләгән посылкаға йылы башалтайҙар бәйләп һалдым, – ти Алһыу апай. – Һеңлем менән Зубово ҡасабаһында йәшәүсе 93 йәшлек инәйем дә махсус хәрби операциялағы ейәне Илһамға һәм башҡа яугирҙарға, аяҡтары өшөп йөрөмәһен тип, башалтайҙар бәйләп бирә, - ти ул. – Ҡауарҙы ауыл хакимиәте улдары МХО-ла булған ғаиләләрҙе, шул иҫәптән беҙҙе лә, ярҙамынан ташламай, утын да килтереп бирҙеләр, өйгә газ үткәрә алмағанлыҡтан, утын яғып йылытабыҙ. “Красноусол” шифаханаһына сәләмәтлекте нығытырға юллама бирҙеләр. Барыһы өсөн дә хакимиәткә, шулай уҡ районда эшләп килгән "Ватан һаҡсылары" махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам буйынса Дәүләт фонды филиалы социаль координаторына, ауылдаштарға рәхмәтлебеҙ, - ти А.Аҡмырҙина.
Алһыу Ғарифйән ҡыҙына иҫәнлек-һаулыҡ, илгә тиҙерәк именлек урынлашып, улы Илһамдың иҫән-имен, үҙ аяҡтарында әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

Индира Ишкина

 

Автор:
Читайте нас: