Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Февраль , 15:15

Әсә 9 айлыҡ балаһы менән ғәйеп булған

Ирекмәндәрҙең мәғлүмәте буйынса, Ғафури районының Юлыҡ ауылынан 23 йәшлек Зилә Аҡбурованы һәм уның 9 айлыҡ ҡыҙы Венераны эҙләү бара. 5 февралдән уларҙың ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ.

Әсә 9 айлыҡ балаһы менән ғәйеп булған
Әсә 9 айлыҡ балаһы менән ғәйеп булған

Башҡортостанда «Лиза Алерт. Башҡортостан» ирекмәндәре хәбәрһеҙ юғалған әсәне һәм кескәй ҡыҙҙы эҙләүе тураһында хәбәр итте. Ирекмәндәрҙең мәғлүмәте буйынса, Ғафури районының Юлыҡ ауылынан 23 йәшлек Зилә Аҡбурованы һәм уның 9 айлыҡ ҡыҙы Венераны эҙләү бара. 5 февралдән уларҙың ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ.

«6 февралдә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ғафури районы буйынса бүлегенә 35 йәшлек ирҙән 23 йәшлек ҡатынының 9 айлыҡ ҡыҙын алып сығып китеүе тураһында ғариза килде. Әлеге ваҡытта полицейскийҙар эҙләү эшен алып бара», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Әсәнең билдәләре: буйы 168 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡара сәсле, һоро күҙле. Ҡарағусҡыл йәшел төҫтәге мамыҡ куртка, ҡара салбар, ҡара ботинка кейгән.

Баланың билдәләре: буйы 70 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡара сәсле, һоро күҙле. Сәскәле алһыу куртка, ҡараһыу һоро салбар, һоро башлыҡ кейгән.

Уларҙың ҡайҙалығы хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙан 8-800-700-54-52 йәки 112 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

 

Автор:
Читайте нас: