Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Февраль , 21:10

Мәләүездәр Арыҫлан менән бәхилләште

Мәрхүмдең ғаиләһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай һеҙгә сабырлыҡ бирһен. 

Мәләүездәр  Арыҫлан менән бәхилләште
Мәләүездәр Арыҫлан менән бәхилләште

Бөгөн Мәләүез халҡы махсус операция ваҡытында батырҙарса һәләк булған яугир - Арыҫлан Латипов менән хушлашты.

Ул 1990 йылдың 9 ғинуарында Үзбәкстан Республикаһының Пахтакор ҡалаһында тыуған. 1993 йылдан Мәләүез ҡалаһында йәшәй. 5-се мәктәптә белем ала. 9 класты тамамлағандан һуң, 2006 йылда ҡаланың 42-се һөнәри лицейына уҡырға инә. 2009 йылда уны уңышлы тамамлай һәм Рәсәй Армияһы сафына саҡырыла. Разведчик булып хеҙмәт итә. Армиянан һуң Мәләүез һөт-консерва комбинатында эшләй. 2023 йылдың яҙында райондашыбыҙ хеҙмәт үтеү өсөн контракт төҙөй һәм махсус хәрби операция урынына юллана. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Батырлыҡ ордены (үлгәндән һуң) менән бүләкләнә.

Мәрхүм яугирҙең ғаиләһенең һәм барлыҡ яҡын кешеләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Тыныс йоҡла, яҡташ, беҙҙең йөрәктәрҙә һин мәңге йәшәрһең...

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотолары. 

"Көнгәк" гәзитенән.

Автор:
Читайте нас: