Шоңҡар
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Февраль , 18:55

Бәхил бул, Фирзан!

Батыр егеттең ата-әсәһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай һеҙгә сабырлыҡ бирһен! 

Бәхил бул, Фирзан!
Бәхил бул, Фирзан!

Батырҙарса һәләк булған егет тураһында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең шәхси битләүегендә яҙып сыҡты:

- Махсус хәрби операция барышында Тулыбаев Фирзан Вәли улының ғүмере өҙөлә. Йәш, типһә, тимер өҙөрлөк яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатыу бик ауыр.

Фирзан Вәли улы махсус хәрби операцияға мобилизация буйынса саҡырыла. Илебеҙҙең именлегенә хәүеф янаған ваҡытта уға дәүләтселегебеҙҙе, рухи ҡомартҡыларыбыҙҙы, булмышыбыҙҙы яҡлап дошман менән ҡулына ҡорал алып алышырға тура килә.
 
Хәрби хеҙмәт үткән ваҡытта сержант Фирзан Вәли улы ил алдындағы бурысын лайыҡлы үтәй. Ҡасандыр шул уҡ ерҙәрҙә фашистар менән алышҡан ата-бабаларыбыҙ рухына тап төшөрмәй, биргән хәрби антына аҙаҡҡы һулышына тиклем тоғро ҡала. 

Хөрмәтле Миңнеямал Ғүмәр ҡыҙы, Вәли Сәлихйән улы, мәрхүмдең туғандары, яҡындары, һеҙҙең тәрән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ. Ошо оло юғалтыуҙы кисереп сығырға көс, сыҙамлыҡ теләйбеҙ. Беҙ һәр саҡ һеҙҙе тыңларға, ярҙам итергә әҙербеҙ.

Хуш бул, тыныс йоҡла, ҡәҙерле Фирзан Вәли улы! Һин ир-егеттәрҙең Ватан алдындағы иң юғары бурысын үтәнең, ныҡлы рухың менән башҡорт батырының данын күтәрҙең. Һинең турала хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ!
 

Автор:
Читайте нас: