22 мартта Мәскәү өлкәһендә булған теракт ваҡытында “Крокус Сити Холл”да яҡташыбыҙ ҙа булғаны асыҡланды. Был турала “КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итә. Ул – балалар бейеү төркөмө тренеры Анна.
Асыҡланыуынса, Анна Мәскәүгә үҙенең тәрбиәләнеүселәре менән бергә Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашыр өсөн килә. Тап шул “Крокус” бинаһында 20 марттан алып беренселектәр һәм чемпионаттар үткән. Бәхеткә күрә, теракт башланған саҡта балалар сығыш яһап, концерт залынан киткән булған. Ә Анна бер ни тиклем ваҡытҡа тороп ҡалған.
– “Крокус”та 20 марттан Рәсәй кимәлендәге төрлө ярыштар бара. Беҙ унда ҡатнашыусылар сифатында барғайныҡ. Бөгөн дә сығыш яһарға тейеш инек. Тик был хәлдәргә бәйле әле бөтәһе лә ҡайтып китте. Мин генә финалдарҙы ҡарарға тип тороп ҡалғайным, – тигән ул.
Залда тауыштар һәм атыш башланыу менән ул бәлә килгәнен һиҙә.
– Шунда уҡ кейендем дә үҙаллы сығыу урыны эҙләп киттем. Ығы-зығы, паника башланды, ҡурҡыныс ине. Эвакуация көтмәҫкә, үҙем сығырға булдым. Ул саҡта атыштан тыш янғын да башланғайны, – ти тренер.
Ул тиҙ арала запас ишек таба һәм башҡа бер төркөм кешеләр менән сығып ҡасып өлгөрә.
– Беҙ үҙаллы сыҡтыҡ. Ярар унда бер кем дә юҡ ине. Беҙ ипләп кенә төштөк тә, хәүеф юҡлығын тикшергәс, йүгереп сығып ҡастыҡ, – ти ул.
Әле Анна Өфөлә. Был хәл тураһында белеү менән үҙенең тәрбиәләнеүселәрен алып улар ҡайтып китә һалған.
Фото: РИА-Новости.