Шоңҡар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Март , 10:25

Тетрәнгәндәй булды Ер шары Гөлдәриә ЙОСОПОВА

Киткән күптәр һуңғы сәғәтенә Ышанмайса, ҡосоп бер-берен.

Тетрәнгәндәй булды Ер шары   Гөлдәриә ЙОСОПОВА
Тетрәнгәндәй булды Ер шары Гөлдәриә ЙОСОПОВА

Ҡорбандарҙың йәне йәннәттәрҙә,
Ҡалғандарға кәрәк йәшәргә.
Тетрәнгәндәй булды бар Ер шары 
Кеше ышанмаҫлыҡ мәшхәргә.

Ниндәй аҡтыҡ әҙәм  булыр кәрәк
Өҙөр өсөн кеше ғүмерен.
Киткән күптәр һуңғы сәғәтенә
Ышанмайса, ҡосоп бер-берен.

Аяҙ ине йома иртәләре -
Бөгөн килеп ергә күк ауа.
Изгелеккә йәнә өмөт менән
Ҡайғыларҙы күмеп ҡар яуа. 
24.03.2024

Автор:
Читайте нас: