Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Май , 11:12

Үләм дә ҡуям!

Бөгөн Өфөнөң Затон күперенән һикерергә әҙерләнгән был әҙәм дә шулай тип ҡурҡытмаҡсы булғандыр тигән шик тыуа... Бәлки, һеҙгә лә шундай кешеләр осрағаны барҙыр? 

Үләм дә ҡуям!
Үләм дә ҡуям!

Ҡыҙыҡ кешеләр була бит ул. Саҡ ҡына бер нәмә булһа, үләм, аҫылынам, тип ҡурҡыта башлайҙар. Бөгөн Өфөнөң Затон күперенән һикерергә әҙерләнгән был әҙәм дә шулай тип ҡурҡытмаҡсы булғандыр тигән шик тыуа. Ысынлап та үлгеһе килһә, кешеләр күргәнсе тип тотор ҙа һикерер ине. Ә ул торған бит. Күрерҙәр, улай ярамай тип инәлерҙәр, тип. Күреп ҡалыусыларға ул, ҡатыным ташлап китте, эсеп йөрөгән өсөн әсәйем ҡыуып сығарҙы, эш таба алмайым, тип яуаплаған.  Эш таба алмай, имеш. Ҡайҙа ҡарама, эшселәр етешмәй. Эскеселәр һылтауын таба инде. Ҡотҡарыусылар килгәнсе ирҙе ергә йығып һалып тотоп торғандар.  Һуңыраҡ ир менән психолог һөйләшкән, бер аҙҙан уны полиция алып киткән.

Фото:@Ufa_rb |

 

Автор:
Читайте нас: