Шоңҡар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Май , 09:16

Ил сиге һаҡсылары көнө менән!

Ватаныбыҙ сиктәрен дошмандарҙан, төрлө баҫҡынсыларҙан һаҡлау элек-электән ир-егеттәр иңенә һалынған яуаплы хеҙмәт ул. Хөрмәтле пограничниктар, байрамығыҙ мөбәрәк булһын!"Шоңҡар"ҙар. 

Ил сиге һаҡсылары көнө менән!
Ил сиге һаҡсылары көнө менән!
28 май– Ил сиге һаҡсылары көнө. 1918 йылдың 28 майында РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы декреты менән булдырыла.
 
Пограничниктар Тыуған ил сиген һаҡлап ҡына ҡалмай, контрабанданы, законһыҙ рәүештә ҡорал менән сауҙа итеүҙе, легаль булмаған миграцияны иҫкәртеү, сик буйында төрлө ҡораллы енәйәтселәр ойошмаларын асыҡлау кеүек үтә яуаплы эштәрҙе үҙ иңенә ала. Шуның өсөн дә улар элиталы ғәскәрҙәр рәтенә инә, уның ҡарамағына иң заманса ҡоралдар, караптар, техника бирелгән.
Намыҫ, сабырлыҡ, ҡыйыулыҡ, юғары оҫталыҡ — һәр пограничниктың холоҡ һыҙаты булараҡ билдәләнә. Бөйөк Ватан һуғышы баш-ланғас, дошман менән тәүге булып, күҙмә-күҙ осрашҡан, һуңғы тамсы ҡандарына тиклем алышыусылар ҙа — сик һаҡсылары. Тап улар фашистарҙың СССР-ҙы тиҙ арала баҫып алыу планын селпәрәмә килтерә.

Ватаныбыҙ сиктәрен дошмандарҙан, төрлө баҫҡынсыларҙан һаҡлау элек-электән ир-егеттәр иңенә һалынған яуаплы хеҙмәт ул. Хөрмәтле пограничниктар, байрамығыҙ мөбәрәк булһын! 

Автор:Фагим Ахмеров
Читайте нас: