0 °С
Болотло
Бөгөн иртәнге сәғәт 11 тирәһендә Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы автомобиль юлының 124-се километрында ҡурҡыныс авария булған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 36 йәшлек ҡатын “Лада Гранта” автомобилендә Баҡалы ауылы яғынан Туймазы ҡалаһы яғына килгәндә юл һыҙатына сығып, “Киа Спортейдж” автомобиленә бәрелә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Лада” водителе һәм уның бер йәшлек ҡыҙы шунда уҡ вафат була. 35 йәшлек “Киа Спортейдж” водителе һәм уның 64 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатыла.
Фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана.
Зинһар, юлдарҙа һаҡ булығыҙ! Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ!
Фото: bashinform.ru