-3 °С
Ҡар
Республика ирекмәндәре 19 йәшлек Жанна Николаеваны эҙләүҙәре хаҡында хәбәр итте. Эҙәрмәндәр мәғлүмәте буйынса, Ул Өфөлә йәки Ульяновск өлкәһенең Ишеевка эшселәр ҡасабаһында булырға мөмкин.
Билдәләре: һоро күҙҙәре, ябыҡ, буйы 170 см, ҡара сәсле. Уның өҫтөндә ҡара джинсы, куртка һәм аяҡ кейеме, шулай уҡ бежевый төҫтәге эшләпә булған.
Ирекмәндәр ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙан телефондарға шылтыратыуҙарын һорай 8 (937) 306 73 53, 8 (951) 116 70 09, 8 (800) 700 54 52 йәки 112.