Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Декабрь 2024, 13:02

Иғтибар, эҙләү!

Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернаты уҡыусыһы юғалған.

Иғтибар, эҙләү!
Иғтибар, эҙләү!

15 декабрҙә Өфөлә 15 йәшлек Алина Мәһәҙиева юғалған. Ҡыҙҙың туғандары «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, ул туғандарынан гимназия-интернаттың дөйөм ятағына ҡайтырға сыға, әммә ҡайтып етмәй.

– Ул ял көндәрендә ағаһында ҡунаҡта булды, өйөнән Степан Злобин урамындағы йорттан сыға һәм гимназия ятағына барырға тейеш була, әммә барып етмәй. Телефоны һүнгән. Ул тыныс ҡыҙ. Һәр ваҡыт бәйләнештә ине, — ти юғалған ҡыҙҙың туғаны Нәфисә.

Ҡыҙҙы эҙләүгә шулай уҡ «Лиза Алерт» ирекмәндәре ҡушылған.

"Ейәнсура таңдары" сығанағы хәбәр итеүенсә, Алина Ейәнсура районынан.

Билдәләре: буйы 170 см, ябыҡ кәүҙәле. Ҡара оҙон куртка, ҡолаҡлы эшләпә кейгән.

Алинаның ҡайҙалығын белгән һәр кемгә 8-347-284-66-09 йәки 112 телефон номерҙары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

Автор:
Читайте нас: