Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Декабрь 2024, 10:40

Ошо ҡыҙҙы күрмәнегеҙме?

Ул һеҙҙең районда, ҡалала булыуы ихтимал.

Ошо ҡыҙҙы күрмәнегеҙме?
Ошо ҡыҙҙы күрмәнегеҙме?

Өфөлә 16 йәшлек Анастасия Вязовая юғалған. Был хаҡта «Башрегионспас» эҙләү-ҡотҡарыу отрядында хәбәр иттеләр. Үҫмер кисә өйөнән сығып киткән дә, кире әйләнеп ҡайтмаған.

Билдәләре: буйы 160 см, ябыҡ кәүҙәле, зәңгәр күҙле, ҡара сәсле. Ул аҡ ҡыҫҡа ярым шәл, ҡара-зәңгәр джинсы, ҡара итек кейгән һәм ҡара шарф ураған.

Ҡыҙҙың ҡайҙалығын белгәндәрҙең барыһына ла 8(937)3-102-112 йәки 112 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

Автор:
Читайте нас: