Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
23 Декабрь 2024, 20:01

Мәктәп автобусы бензовоз менән бәрелешкән

Автобуста 17 уҡыусы булған...

Мәктәп автобусы бензовоз менән бәрелешкән
Мәктәп автобусы бензовоз менән бәрелешкән

Балтас районының Ташлыйылға ауылы янында 17 уҡыусыны алып китеп барған автобус юл-транспорт ваҡиғаһына осраған. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул бензовоз менән бәрелешкән.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, өс бала, өс өлкән кеше дауаханаға оҙатылған.

«Бензовоз водителе зыян күрмәгән. Башҡа балаларҙы ата-әсәләре килеп алған. Юл фажиғәһенең сәбәптәре асыҡлана. Ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре, хакимиәт вәкилдәре эшләй», — тип белдерҙеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Фото: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас: