-3 °С
Ҡар
Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында 15 йәшлек Шамил Ғәлиәскәров юғалған. Был хаҡта «Башрегионспас»эҙләү-ҡотҡарыу отрядында хәбәр иттеләр. Үҫмер 22 декабрҙә өйөнән сығып китә лә, кире әйләнеп ҡайтмай.
Билдәләре: буйы 164 см, тығыҙ кәүҙәле, ҡара сәсле һәм һоро күҙле. Ул ҡара-йәшел камуфляж фуфайка, ҡара йылытылған салбар, ҡара-йәшел камуфляж итек һәм ҡара бәйләнгән эшләпә кейгән.
Шамил Ғәлиәскәровтың ҡайҙалығын белгән һәр кемгә 8(937)3-102-112 йәки 112 телефоны буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.