Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Декабрь 2024, 20:36

Аварияла 12 үҫмер һәләк булған

Юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәһәгеҙ ине, дуҫтар!

Аварияла 12 үҫмер һәләк булған
Аварияла 12 үҫмер һәләк булған

2024 йыл башынан Башҡортостанда 12 үҫмер юл фажиғәһендә һәләк булған. Был хаҡта БР дәүләт автоинспекцияһы башлығы Владимир Севастьянов мәғлүмәттәренә һылтанма менән “Башинформ” хәбәр итте. Күңелһеҙ статистика һәләк булыусылар менән генә сикләнмәй – 11 ай йомғаҡтары буйынса тағы ла 475 бәлиғ булмаған төрлө йәрәхәттәр алған.

Владимир Севастьянов билдәләүенсә, республикала ҡышҡы каникулда уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген арттырыуға йүнәлтелгән «Иғтибар – балалар!» иҫкәртеү акцияһы башланды.

"Балаларҙы ташыуҙы ойоштороу – айырым контролдә", – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ведомство етәксеһе.

Автор:
Читайте нас: