Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Декабрь 2024, 13:08

Ҡазағстанда самолет ҡолаған

Бортта 67 пассажир һәм 5 экипаж ағзаһы булған...

Ҡазағстанда самолет ҡолаған
Ҡазағстанда самолет ҡолаған

«Азербайжан авиалиниялары»ның Баҡынан Грозныйға осҡан пассажир самолеты Ҡаҙағстандың көнбайышындағы Аҡтау ҡалаһы аэропортына ҡолап төшкән, тип хәбәр итә Ҡаҙағстандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Бортта 67 пассажир һәм 5 экипаж ағзаһы булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, иҫән ҡалғандар ҙа бар, тип өҫтәнеләр ведомствола.

Фажиғә урынында Ҡаҙағстан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 52 кеше һәм 11 берәмек техника эшләй.

Авиакомпанияның матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, Аҡтауҙа самолеттың ҡолауына ҡоштар тубы менән бәрелешеү сәбәпсе булған.

Автор:
Читайте нас: