Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Декабрь 2024, 13:20

Зинһар, юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Әбйәлил юлында булған авария ике кешенең ғүмерен өҙгән...

Зинһар, юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Зинһар, юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Әбйәлил районындағы аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән, тип хәбәр итә Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Инцидент кисә кис Хәлил ауылында була. «Ситроен» водителе күперҙән йылғаға төшөп китә. Билдәле булыуынса, водитель һәм пассажирҙарҙың береһе һәләк булған, икенсе кеше мейеһе тетрәү һәм һыуыныу менән дауаханаға оҙатылған. Хәҙер ваҡиғаның бөтә нескәлектәре һәм шарттары асыҡлана.

Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!

Фото: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас: