-3 °С
Ҡар
Әбйәлил районының Асҡар ауылында 68 йәшлек Зөлхизә Хәрисованы (Мөхәмәтованы) эҙләйҙәр. Хәбәрһеҙ юғалған ҡатын медицина ярҙамына мохтаж, тип хәбәр итәләр. Ирекмәндәрҙең мәғлүмәттәре буйынса, ул 8 ғинуарҙа өйөнән сығып киткән дә, кире әйләнеп ҡайтмаған. Уның ҡайҙа булыуы әлегә тиклем билдәһеҙ.
Билдәләре: буйы 157 см, уртаса кәүҙәле, ҡыҫҡа ҡара сәсле һәм һоро күҙле. Асыҡ һоро плащ, ҡара дутыш һәм ҡара-зәңгәр бәйләнгән эшләпә кейгән. Зөлхизә Хәрисованың ҡайҙалығын белгән һәр кемдән 8 (800) 700-54-52 йәки 112 телефоны буйынса мөрәжәғәт итеүҙәрен һорай.
Фото: "Башинформ".