+21 °С
Болотло
Иглин районында ҡот осҡос юл фажиғәһендә ике кеше һәләк булған. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, төнгө сәғәт икелә М-5 «Урал» автомобиль юлының 1536-сы саҡрымында Силәбе яғына юлланған 22 йәшлек «Лада Калина» водителе әлегә билдәһеҙ сәбәп менән ҡаршы һыҙатҡа сыҡты. Унда 55 йәшлек водитель йөрөткән «Ситрак» йөк машинаһы менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә «Лада» водителе һәм уның 36 йәшлек пассажиры шунда уҡ һәләк була. "Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Урында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй", - тип билдәләнеләр дәүләт автоинспекцияһында.
Юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек, дуҫтар!
Фото: Башинформ