Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
31 Ғинуар 2025, 07:33

Һаман таба алмайҙар...

Ул 11 ғинуарҙа өйөнән сығып киткән дә, кире әйләнеп ҡайтмаған.

Һаман таба алмайҙар...Һаман таба алмайҙар...
Һаман таба алмайҙар...

Иглин районында 17 йәшлек Диана Хәсәнова хәбәрһеҙ юғалған. «Иглин» балаларҙы эҙләү» ойошмаһы» ирекмәндәре мәғлүмәте буйынса, 19 көн ҡыҙҙың ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ. Ул 11 ғинуарҙа өйөнән сығып киткән дә, кире әйләнеп ҡайтмаған.

Уның билдәләре: буйы 163-166 сантиметр, яурынынан түбәнерәк ҡара сәсле, йәшел күҙле, ҡаҡса кәүҙәле. Ул көләпәрәле оҙон ҡара пальто, ҡара угги һәм ҡара спорт костюмы кейгән булған. Үҙе менән бәләкәй генә аҡ сумкаһы бар.

«Ҡыҙ тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙан 8 (927) 969-89-19, 8 (917) 383-56-87 йәки 112 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар», — тип мөрәжәғәт итте халыҡҡа ирекмәндәр.

Автор:
Читайте нас