2025 йыл башынан Башҡортостанда 17 кеше юғалған. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, уҙған йылдың ғинуарында ошондай уҡ хәл күҙәтелгән. Уларҙың барыһы ла имен-аман табылған. Ведомствола урманға походҡа ныҡлап әҙерләнергә кәңәш иттеләр.
"Дуҫтарығыҙға һәм яҡындарығыҙға үҙегеҙҙең маршрутығыҙ һәм өйгә ҡайтырға иҫәп тотҡан ваҡытығыҙ тураһында хәбәр итергә кәрәк. Һеҙҙе күреү еңелерәк булһын өсөн, сағыу өҫ кейеме кейеү яҡшыраҡ. Телефон һәм power bank-ты зарядлағыҙ. Урманда оҙаҡ ваҡыт үткәрергә йыйынғанда бысаҡ, фонарь, шырпы һәм аҙыҡ запасы алығыҙ, — тип кәңәш бирҙеләр дәүләт комитетында. - Юғалһағыҙ, ҡурҡмаҫҡа тырышығыҙ. Тыңлап ҡарағыҙ, бәлки, трасса, тимер юл йәки башҡа кешеләрҙең тауышын ишетергә мөмкиндер. Һәм һәр ваҡыт 112 номерын онотмағыҙ.