-12 °С
Ҡар
Йәш водитель һәләк булған Салауат районында. Авария 19 февралдә кискеһен Урмантау-Бешевляр юлының 20-се километрында булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Лада Приора»ның 22 йәшлек водителе Балышлы ауылы яғынан Языков ауылы яғына килгән саҡта юл ситенә ауып китә. Егет шунда уҡ вафат була, ә уның 21 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатыла. Ваҡиғаның сәбәпәтре асыҡлана.
Зинһар, юлда һаҡ булығыҙ!