-12 °С
Ҡар
Кисә көндөҙ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусыларына Туймазы районының Илсембәт ауылында 35 йәшлек ҡатындың юғалыуы тураһында хәбәр килә. Был турала юғалған ҡатындың атаһы хәбәр итә.
Тиҙ арала эҙләү саралары ойошторолдо. Үкенескә күрә, һуңғараҡ ҡатындың кәүҙәһен Түбәкүлдән табалар. Ул үлгән була.
Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау өсөн оператив-тикшереү саралары үткәрелә.
Был йыл башынан республикалағы һыуҙағы өсөнсө бәхетһеҙ осраҡ.
Фото: МЧС.