Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Февраль 2025, 13:02

Йәнә фажиғә, йәнә үлем...

Ҡурҡыныс аварияла 40 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлгән.

Йәнә фажиғә, йәнә үлем...
Йәнә фажиғә, йәнә үлем...

Бөгөн иртәнсәк Баҡалы-Үрге Йәркәй автомобиль юлының 49-сы саҡрымында авария булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, водитель таныҡлығы булмаған 36 йәшлек ир Toyota Land Cruiser машинаһында ҡаршы һыҙатҡа сығып, Daewoo Matiz автомобиле менән төкөшә. Өҫтәүенә сит ил машинаһына Chevrolet Lacetti килеп бәрелә. Daewoo Matiz водителе, 40 йәшлек ҡатын шунда уҡ вафат була. Ҡалғандары зыян күрмәй. Әле ваҡиға урынында полиция һәм Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының хеҙмәткәрҙәре эшләй. Тулыраҡ мәғлүмәт асыҡлана.

Автор:
Читайте нас