Шоңҡар
-2 °С
Облачно
Хәүефһеҙлек
28 Марта 2025, 06:45

Янғында 39 йәшлек ҡатын һәләк булған

Әбйәлил районында була был фажиғә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Янғында 39 йәшлек ҡатын һәләк булғанЯнғында 39 йәшлек ҡатын һәләк булған
Янғында 39 йәшлек ҡатын һәләк булған

Әбйәлил районында янғында бер ҡатын һәләк булған. 27 мартта кис Амангилде ауылында Ҡыҙыл урамындағы бүрәнәле йортта янғын сыға. Ирекле янғын һүндереүселәр командаһы утты һүндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын ваҡытында һәләк булған 39 йәшлек ҡатын табылған. Янғын мейесте файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында килеп сығыуы ихтимал. Урында Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм дознавателе эшләй.

Автор:
Читайте нас