Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Апрель 2025, 16:30

8 йәшлек баланы ҡулға алғандар

Малайҙың ата-әсәһе ҡиммәтле «бүләк»тең фажиғәле хәлгә килтерәсәген уйлап та бирмәгәндәр, күрәһең.

8 йәшлек баланы ҡулға алғандар
8 йәшлек баланы ҡулға алғандар

Салауат районының Комсомол ауылында рейд ваҡытында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре дүрт тәгәрмәсле автотранспорт менән идара иткән бәләкәй балаға иғтибар иткән. Янғантау урта мәктәбендә өсөнсө класта уҡыған малайҙы туҡтатып, ата-әсәһен саҡыртҡандар.

Асыҡланыуынса, квадроциклдың двигателенең ҡеүәте 100 куб.м. «Хәстәрлекле» ата-әсә улдарына транспортты уҡыуға йөрөү өсөн алып биргән, тип хәбәр итә «Салауат ере» гәзите.

Ҡиммәтле «бүләк»тең фажиғәле хәлгә килтерәсәген уйлап та бирмәгәндәр, күрәһең. Хәҙер уларға ҡарата административ протокол төҙөлгән. 30 мең һум күләмендә штраф янай.

Автор:
Читайте нас