-12 °С
Ҡар
Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 47 янғын булған. Был хаҡта ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы телеграм-каналында хәбәр ителә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары юл-транспорт ваҡиғаһы эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн бер тапҡыр йәлеп ителгән. Һыу объекттарында ваҡиғалар булмай. Республиканың 15 районында 17 ҡоро үлән янғыны сыҡҡан. Йыл башынан алып бөтәһе 133 ҡоро үҫемлек янғыны осрағы булған, ут менән ҡапланған дөйөм майҙан 1007 гектарҙан ашыу тәшкил иткән.