Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Май 2025, 13:25

Ике аҙна үткәс тапҡандар

Был хәл район халҡын шаҡ ҡатырған...

Ике аҙна үткәс тапҡандар
Ике аҙна үткәс тапҡандар

Водолаздар Ишембай районының Ағиҙел йылғаһында балыҡсының кәүҙәһен тапҡан. 1957 йылда тыуған ир 2 майҙан хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгәйне. Ул балыҡ тоторға велосипедта киткән дә кире әйләнеп ҡайтмаған булған. Туғандары шунда уҡ борсола башлаған. Ҡустыһы уны үҙе эҙләргә тотонған һәм икенсе көнө йылға буйында велосипед тапҡан. Ир шунда уҡ булған хәл тураһында ашығыс хеҙмәттәргә хәбәр иткән. Эҙләү эштәренә авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡотҡарыусылары, полиция хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ урындағы халыҡ йәлеп ителгән. Бөгөн эҙләү саралары һөҙөмтәһендә ирҙең кәүҙәһе табылған һәм һыуҙан сығарылған. Ваҡиға шарттары асыҡлана.

Автор:
Читайте нас