Шоңҡар
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хазина
3 Сентябрь 2020, 22:35

Өфөгә Олег Газманов килә!

Концерт түләүһеҙ була.

11 һәм 12 сентябрҙә «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында V «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтәсәк.

11 сентябрҙә бер нисә проект үткәрелә: Милли кейем байрамы, «Ufa-KuraiFest», «Этнотөн» һәм Надежда Бабкинаның Бөтә Рәсәй фестиваль-марафоны. Ғәҙәттәгесә, «Ҡурайфест»а Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсылар ансамбле, Башҡортостан Республикаһының Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, «Йатаған» һәм «Арғымаҡ» төркөмдәре ҡатнаша.

«Этнотөн» проекты барышында Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина һәм «Рус йыры» Мәскәү дәүләт академия фольклор театры, «Буран ауылы инәйҙәре», «Khoomei Beat» төркөмдәре сығыш яһай. Көндөң хедлайнеры — «Пелагея» этно-рок проекты.

12 сентябрҙә «Евразия йөрәге» программаһын Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған концерт дауам итә. Өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов һәм Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ҡасимов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестры ҡотлай.

Был көндә «Евразия йөрәге» фестивале сәхнәһенә «Үлемһеҙ полк» программаһы менән Рәсәйҙең опера йырсыһы Любовь Казарновская сыға. Кисәнең хедлайнеры – Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газманов.

Читайте нас: