Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хазина
2 Апрель 2021, 21:35

“Шоңҡар”ға яҙылыу башланды!

“Баҫма йәштәр өсөн тәғәйенләнһә лә, унда төрлө йәштәгеләр өсөн мауығып уҡырҙай мәҡәләләр, хикәйәләр баҫыла".

Быйылғы ярты йыллыҡҡа журналыбыҙға яҙылыусыларҙың артыуы ҡыуандырҙы. “Баҫма йәштәр өсөн тәғәйенләнһә лә, унда төрлө йәштәгеләр өсөн мауығып уҡырҙай мәҡәләләр, хикәйәләр баҫыла. Мәҫәлән, үҙем уҡытыусы булараҡ, уны дәрестәрҙә ҡулланам, файҙалы мәғлүмәттәр күп. Икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылып ҡуйҙым”, - тип хәбәр итә Ауырғазынан Минира Бикәнәсова.

Ысынлап та, дуҫтар, 1 апрелдән икенсе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланды. Ә 5 –15 апрелдә ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителәсәк. Шулай уҡ өйҙән сыҡмайынса Рәсәй почтһы сайтында podpiska.pochta.ru бүлегендә 3 – 5 минут эсендә яратҡан журналығыҙға яҙыла алаһығыҙ.

Читайте нас: