Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хазина
26 Сентябрь 2021, 11:50

Эрмитаждағы башҡорттар - кемдәр улар?

Шотландия рәссамы Уильям Алан төшөргән был картина тәрән тарих һаҡлай... Һеҙ Эрмитажда булғанығыҙ бармы? Был картинаны күргәс, ниндәй уй-тойғолар кисерҙегеҙ?  

Эрмитаждағы башҡорттар - кемдәр улар?
Эрмитаждағы башҡорттар - кемдәр улар?

Шотландия рәссамы Уильям Аландың «Башҡорттар» исемле картинаһы Дәүләт Эрмитажында һаҡлана.
Һүрәттә башҡорт яугирҙары төшөрөлгән, әммә күптәр уйлауынса, был күренештә хәрби поход түгел, ә башҡорт атлыларының тыныс тормошта ла үтәгән даими бурысы - хөкөм ителгәндәрҙе Себергә оҙатыу йәғни конвой эше төшөрөлгән.
Уильям Алан был рәсемде Эдинбурге ҡалаһында 1814 йылда Рәсәй буйлап сәйәхәтен иҫкә алып төшөргән. Алан былай тип яҙған:
«Башҡорттар заманында күсмә халыҡ булған, әле лә сиктәрҙең нимә икәнен белмәй, Рәсәй дәүләте сафындалар. Улар Иҙел һәм Яйыҡ буйҙарында, боронғо Болғар дәүләте биләмәһендә йәшәйҙәр. Башҡорттар һыбай бик оҫта йөрөйҙәр, тимер күлдәктәр кейәләр, пистолеттар, ҡылыстар, һөңгө һәм уҡ-яндар менән ҡоралланғандар. Башҡорттар хәрби сифаттары яғынан рус армияһына тап килеп торалар. Улар йылдам һәм ҡунаҡсыл, ҡыйыуҙар. Париж халҡының иғтибарын һуңғы походтарҙа йәлеп итеп, улар "төньяҡ һөйкөмлөләре" ҡушаматына эйә булғандар»
Аҙаҡҡы һүҙбәйләнеш, күрәһең, «Төньяҡ амурҙары» ҡушаматын руссаға тәржемә иткәндә килеп сыҡҡан хаталыр.
«Конвойҙағы башҡорттар» тип исемләнгән һүрәтте 1815 йылда буласаҡ Рәсәй императоры Николай Павлович һатып ала. Рәссамға ул үҙе үк башҡорттарҙың милли кейемен һәм ҡоралын һүрәтләү теүәллегенә һоҡланыуын белдерә.
Рәсәйгә килеп еткәс, рәсем Аничков һарайында Николай Беренсенең эш бүлмәһендә тора. Унда ул «Ике башҡорт» тигән исем менән генә иҫәпләнә. 1920 йылда рәсем Эрмитажға тапшырыла, һатыла һәм сит илгә оҙатыла, әммә 1931 йылда кире ҡайтарыла. Шул саҡта уға «Башҡорттар» тип кенә исем ҡуйыла. Әле һүрәтте Ҡышҡы һарайҙың 301-се залында күрергә була.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: