Сулпан Әсхәт ҡыҙы Кейекбирҙина (Ишҡыуатова) 1976 йылдың 12 июлендә Баймаҡ районы Йәрмөхәмәт ауылында тыуған. Башланғыс мәктәпте тыуған ауылында тамамлай. Артабан Баймаҡ интернат-мәктәбендә белем ала. Бала саҡтан йырсы булырға хыяллана. Ата-әсәһе йыр-моңға әүәҫ кешеләр булһалар ҙа, башта Сулпандың йырсы булыуына ышанып етмәйҙәр, уны башҡа һөнәр һайлауға өндәйҙәр, әммә йырсы булыу теләге һәм хыялы уны Өфөгә юлландыра[1].
Үҙенсәлекле лирик-колоратуралы сопрано тауыш эйәһе Сулпан Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә һәм ошо осорҙа уҡ республика вокалистары конкурстарында призлы урындар яулай. Артабан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында халыҡ йырҙары бүлегендә уҡый (уҡытыусыһы Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова). Институттан һуң «Йәдкәр» фольклор-эстрада төркөмөндә эшләй башлай. Башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен һәм шаян йырҙарын, башҡорт композиторҙарының романстарын һәм арияларын ҙур оҫталыҡ менән башҡарған Сулпан «Йәдкәр» коллективы өсөн үҙе бер табыш була. Ғөмүмән, Сулпанды үҙ репертуарына етди иғтибар биреүе, ижади багажын һирәк яңғыраған халыҡ йырҙары менән байытыуы айырып торҙо. Сулпан юғалып барған, күптән яңғырамаған боронғо йырҙарға өҫтөнлөк бирә һәм яңылышмай. Тамашасы уның башҡарыуындағы йырҙарҙы ихлас ҡабул итә, ярата.
Сулпан Кейекбирҙина Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте ойошторған хәйриә концерттарында йыш сығыш яһай, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Республика сәнғәт оҫталары менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сараларында әүҙем ҡатнаша[2].
2015 йылдан Сулпан Кейекбирҙина «Сармат» эстрада төркөмөндә эшләй башлай (етәксеһе Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтов), республика буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Яңы коллектив менән Пермь ҡалаһында һәм Әбйәлил районында ойошторолған һабантуйҙарҙа ҡатнашып өлгөрә[3].
2015 йылда «Урал» мәрхәмәтлек фонды ярҙамында «Р. И. Продакшн» студияһы төшөргән «Бибигөл менән Сәйфелмөлөк» тип аталған тарихи-музыкаль фильмы төшөрөлә (Сулпандың идеяһы). Өс башҡорт халыҡ йырҙарына нигеҙләнеп төшөрөлгән фильмда «Ғәрипҡол», «Сәйфелмөлөк», «Һөйгән йәр» тигән халыҡ йырҙарын Сулпан башҡара. Фильм реаль ваҡиғаларҙы һүрәтләй, ХIХ быуат аҙағындағы — XX быуат башындағы ябай халыҡтың тормошон сағылдыра. Фильм II Халыҡ-ара «Көмөш Аҡбуҙат» милли һәм этник кинофильмдар фестиваленә һайлап алынған эштәр исемлегенә инде. Уның сценарийын режиссёр Айсыуаҡ Йомағолов менән видеооператор Рияз Исхаҡов «Сөйфелмөлөк» йырының ҡыҙғаныс сюжетына нигеҙләп ҡорған. Төп ролдәрҙә уйнаған Сулпан Кейекбирҙина, Эльмир Хәйретдинов, Нәркәс Байбулдина менән бер рәттән Сулпандың Тимерхан һәм Тамьян исемле улдары ла төшкән[3].
Йырсы үҙе тере саҡта фильмдың презентацияһын күреп өлгөрмәне.
2015 йылдың 29 сентябрендә асыҡланмаған шарттарҙа вафат була. Сулпан Кейекбирҙина тыуған ауылы Йәрмөхәмәттә 2015 йылдың 1 октябрендә ерләнә.