Башҡорт рәссам сәнғәтенә нигеҙ һалыусы Дәүләткилдиев Ҡасим Сәлиғәсҡәр улы 1887 йылдың 11 апрелендә Өфө губернаһында Күгел ауылында тыуған. Ул бик йәшләй етем ҡала. Өфө ҡалаһындағы туғандарында тәрбиәләнә. 21 йәшендә Ҡасим Дәүләткилдиев, ҙур ҡыйынлыҡтар кисереп, Петербургка бара һәм Юғары художество-сәнәғәт училищеһына уҡырға инә.
Училищены тамамлағандан һуң, уп Художество академияһына конкурс буйынса ирекле тыңлаусы булып алына. Әммә ул академияла оҙаҡ уҡый алмай. 1917 йылда Өфөгә ҡайта һәм ғүмеренең ахырынаса (1947 йылғаса) Өфөлә йәшәй. Ҡасим, ҡайтыу менән, Өфө художество түңәрәгендә әүзем эшләй, тәүге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
Октябрь революцияһы еңгәндән һуң, Өфөлә совет рәссамдары берекмәһен төҙөү осоронда, Ҡасим Дәүләткилдиев тормош эсендә ҡайнай. Ул Өфөлә революцион Рәсәй рәссамдары берекмәһен ойоштороусыларҙың береһе була. М. В. Нестеров Өфө художество музейына нигеҙ һалғас, К. Дәүләткилдиев бер ни тиклем ваҡыт шунда эшләй һәм музей менән бәйләнешен ғүмеренең аҙағынаса өҙмәй. 20-се һәм 30-сы йылдарҙа ул халыҡ сәнғәте әҫәрҙәрен йыйыу өсөн экспедицияларҙа йөрөй. Әҫәрҙәренең юғары художество сифаттары К. Дәүләткилдиевтең экспедицияларҙа күп йөрөүе менән аңлатыла ла инде.
1926 йылда Өфөлә сәнғәт училищеһы асылғас, К. Дәүләткилдиев унда беренсе башҡорт педагогы була. Төрлө уҡыу йорттарында уҡытыусылыҡ эшенә ул ғүмеренең 25 йылы сәмаһын арнаны. Ғ. Имашева, Р. Ишбулатов һәм башҡалар унан уҡып белем алдылар, А. Тюлькин, И. Урядов уның менән бергә эшләнеләр. Рәссамдың әҫәрҙәре — уның халыҡҡа биргән ҡиммәтле бүләге ул. Был әҫәрҙәрҙең бөтәһе лә тиерлек художество музейында һаҡлана. Уларҙың күбеһе акварель, күмер менән яһалған һүрәттәр, шулай уҡ 1908—1914 йылдарҙағы ҡәләм менән эшләнгән өйрәнсек һүрәттәр альбомы.
Училищела уҡыған сакта уҡ әле Ҡасим Дәүләткилдиев сәскәләрҙең таж япраҡтарын төшөрөүҙә матурлыҡ һиҙеү һәләтен күрһәтә. Дуҫтарының хаттарына ҡарағанда, Касим Дәүләткилдиев сәскәләрҙе, тәбиғәтте бик яратҡан. Ул сәскәләрҙең нәфислеген бик күп яҙҙы, уларҙың матурлығын, төрлө формала булыуын, һабаҡтарының йәнле хәрәкәтен асып һалды. Ул сәскәләрҙе тотош донъяның бер өлөшө итеп күҙ алдына баҫтырҙы.
Әҫәрҙәрендә ул башҡорттарҙың көнкүрешен, халыҡтың характерлы типтарын илһамланып бик оҫта күрһәтә алды («Һары күлдәкле ҡыҙ», «Һунарсы башҡорт», «Башҡорт йортоноң күтәрмәһе».
«Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы» һүрәте юғары художество сифаттары менән айырылып тора. Ул 1929 йылдың башында Мәскәүҙә Третьяков галереяһында совет сәнғәтенең иң яҡшы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә күрһәтелде. Сағыу милли башланғыс тышҡы билдәләрҙә генә (балаҫтар, кейемдәр) түгел, бәлки ҡыҙҙың йөҙөндә, күҙ ҡарашында, үҙен тотошонда кәүҙәләнә. Баҫалҡы, инсафлы, мөләйем ҡыҙҙың образын һоҡландырғыс ябай, шул уҡ ваҡытта тәбиғи һомғоллоҡ һәм кешелекле итеп сағылдырыу әсән ысыны менән гуманист һәм үҙ халҡыңдың улы булырға кәрәк.
"Башҡортостандың мәҙәни донъяһы"