Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хазина
22 Апрель 2022, 08:35

Йыһан ҡыҙы Сабина

Бөгөн йәш йырсы Сабина Кучаева ғүмер байрамын билдәләй. Йырсыны тыуған көнө менән ҡотлап, сәләмәтлек, бәхеттәр, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Йыһан ҡыҙы Сабина
Йыһан ҡыҙы Сабина

 

Йыһан ҡыҙы Сабина

СССР тигән көслө дәүләт тарҡалғас, кисә генә бер туғандарҙай татыу, берҙәм йәшәгән халыҡтар араһында дуҫлыҡ ептәре ҡапыл шартлап өҙөлә, сит милләттәргә үҙ аллылыҡ яулап, айырылып сыҡҡан республикаларҙа донъя көтөү ауырлаша башлай. Ошо сәйәси ваҡиғаларҙың ҡойононоң уртаһында ҡалған Кучаевтар ғаиләһенә лә йәшәү урынын алмаштырырға, тынысыраҡ мөйөш эҙләргә тура килә. Туғандары уларҙы Байконурға йәшәргә саҡыралар. Бында тәүге мөхәббәт емештәре Сабина донъяға килә. Донъяла беренсе һәм ҙур космодром төҙөлгән урында тәүге ауазын һалған ҡыҙсыҡты яратып Йыһан ҡыҙы тип йөрөтәләр.

Уны икенсе берәү менән бутау мөмкин түгел. Үҙенсәлекле моңло тауышы менән йөрәктәргә үтеп инә. Йырлаған йырҙарының һүҙҙәре лә, бәғзе йәш йырсларҙыҡы һымаҡ еңел-елпе, бер көнлөк түгел, мәғәнәле, фәһемле. Йәш йырсы, бик күп Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары еңеүсеһе Сабина Кучаеваның ижады менән таныш һәр кем был һүҙҙәрҙең хаҡлығы менән килешер, моғайын.

Аҡ күбәләк булып йәнем ҡайтыр...”

Сабина – үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында башҡорт йыр сәнғәтен төрлө жанрҙарҙа үҫтереүгә ҙур көс һалған, моңло тауышлы йырсыларҙың береһе Насип Кучаевтың ҡыҙы.

– Насип Кучаевты иң беренсе тапҡыр һикһәненсе йылдарҙа Ырымбурҙа уҙғарылған бер сарала күрҙем. Үҙе яҙған, элекке йырҙарҙы яңыртып башҡарыуы менән шунда уҡ күңелгә ятты. Уның үҙ йөҙө барлығы ла әллә ҡайҙан күренеп тора ине. Ул осорҙа республикала төрлө башҡорт музыкаль-инструменталь төркөмдәр барлыҡҡа килде. Тик күптәре бер-береһен ҡабатлайҙар ине. Насип Нәжип улы ойошторған төркөмдө иһә икенсе берәү менән бутау мөмкин түгел.

Икенсе юлы телефон аша “Ҡара тауыҡ”ты йырлап ишеттерҙе. Был башҡорт халыҡ йырын тәүге тапҡыр ишеткәндәй хайран ҡалдым да ҡуйҙым. Йырҙан кәнфит эшләгән ине ул. Үҙем эстән генә: “Бына ҡайҙа ул һәләт! Аҫылташтың үҙе бит был!” – тип ҡыуандым, һоҡландым, – тип Насип Кучаев тураһында хәтирәләргә бирелә “Юлдаш” радиоһына биргән бер интервьюһында Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов.

Насип Нәжип улының ижады менән яҡынданыраҡ танышҡан, замандаштарының ошондай уҡ уның ижадына ҡарата һоҡланыу ҡатыш фекерҙәрен белгән һайын, үҙеңдән-үҙең унан ярты быуат самаһы ғына алдан донъяға килеп, рус йыр сәнғәтендә автор йыры булараҡ танылыу яулаған билдәле шәхестәр  Булат Окуджава, Владимир Высоцкийҙарҙың ижадтары менән йәнәш ҡуйып ҡарай башлайһың. Тик Башҡортостандан ситтә тыуып-үҫкән ябай бер ауыл егетенең яҙмышы күпкә ҡатмарлыраҡ та, ижады ла әлегәсә, үҙе ғүмере буйы тоғро ҡалған, халҡы тарафынан лайыҡлы баһаланып бөтмәгән кеүек.

Насип Кучаев – 1960 йылда Ырымбур өлкәһендә донъяға килә. Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ була, уҡыусы сағында уҡ төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә. Куйбышев сәнғәт институтын тамамлап, тыуған яғында бер ни тиклем ҡанат нығытҡандан һуң, яҙмыш еле уны Үзбәкстан яҡтарына алып китә. Унда “Ҡурай” тип аталған башҡорт-татар төркөмөн етәкләй ул. Туғандаш халыҡтар араһында үҙен тиҙ арала яратып өлгөргән тамашасыһы алдында көндән-көн нығыраҡ популярлыҡ яулай бара.

Бер урында тапанырға яратмаған, эҙләнеүсән кеше булараҡ башҡорт халыҡ йырҙарын, ретро йырҙарҙы үҙенсәлекле, рок, джаз жанрҙарын ҡулланып заманса итеп эшкәртеп йырлай, үҙе лә йырҙарға һүҙҙәр, көйҙәр яҙа, уларҙы сәхнәлә ҡабатланмаҫ сағыу образдар менән зауыҡлы итеп башҡара ла. Яртышар йылға һуҙылған гастролдәрҙә йөрөп артабан да ижадҡа рухлана ул. Мөхәббәтен, мәңгелек йәрен дә шунда осрата. Аҡҡурған ҡалаһында ойошторолған сираттағы концерт мәлендә буласаҡ кәләше оҙон кәүҙәле, ҡара бөҙрә сәсле йырсыны тәү күреүҙән ғашиҡ була. Концерт аҙағында “Ҡурай” төркөмө артистары үҙҙәренә кисәләрен алып барыусы кәрәклеге хаҡында тамашасыға мөрәжәғәт итәләр һәм тиҙҙән кастинг үткәрәләр. Мәҙәниәт йортонда эшләп, уҡып йөрөгән егерме йәшлек Фәриҙә Әхмәтзәки ҡыҙы бәхетен һынап ҡарарға йөръәт итә. Береһенән-береһе һылыу, һәләтле ике тиҫтәгә яҡын гүзәл заттар араһынан уны һайлап алалар һәм үҙҙәре менән гастролдәргә саҡыралар.

Был 1990 йылдың 3 марты була. Марттан йәй аҙағына тиклем Үзбәкстан, Таджикстан, Ҡырғыҙыстан, Ҡаҙаҡстан буйлап сәхнәлә сығыш яһайҙар. Яртышар йылға һуҙылған был сәфәр ваҡытында ике йәш йөрәк бер-береһенә өйрәнеп, еҫенешеп китә. Ике арала һөйөү хистәре лә тиҙҙән ярала. Танышыуҙарына өс ай тигәндә Насип Кучаев үҙе башҡарыуында һөйгәненә “Яратам” тигән йыр бүләк итә һәм мәңгелек йәре булырға һөйгәненең ҡулын һорай. Сираттағы оҙайла гастролдәре тамамланғас, биш көн эсендә туйға әҙерләнеп, Аҡҡурған ҡалаһында законлы никахҡа инә йәштәр.

СССР тигән көслө дәүләт тарҡалғас, кисә генә бер туғандарҙай татыу, берҙәм йәшәгән халыҡтар араһында дуҫлыҡ ептәре ҡапыл шартлап өҙөлә, сит милләттәргә үҙ аллылыҡ яулап, айырылып сыҡҡан республикаларҙа донъя көтөү ауырлаша башлай. Ошо сәйәси ваҡиғаларҙың ҡойононоң уртаһында ҡалған Кучаевтар ғаиләһенә лә йәшәү урынын алмаштырырға, тынысыраҡ мөйөш эҙләргә тура килә. Туғандары уларҙы Байконурға йәшәргә саҡыралар. Бында тәүге мөхәббәт емештәре Сабина донъяға килә. Донъяла беренсе һәм ҙур космодром төҙөлгән урында тәүге ауазын һалған ҡыҙсыҡты яратып Йыһан ҡыҙы тип йөрөтәләр. Тиҙҙән атаһы теремек, ирмәк ҡыҙына арнап “Сабина” тигән йыр яҙа. Шулай итеп, тәүге тапҡыр Сабина йәш ярымлыҡ сағында уҡ сәхнәгә сыға, ғәзиз кешеһе был йырҙы башҡарғанда бейеп тора ул. Өс йәшендә үҙе йырлап тамашасыһын әсир итә башлай.

Бергә аралашып йәшәгән яҡташтары Башҡортостанға ҡайтып төпләнә башлағас, Насип Нәжип улы ла был хаҡта хыяллана. “Халҡыма хеҙмәт иткем килә”, – ти ул йыш ҡына уфтанып. Йәш ғаиләнең теләктәре тиҙҙән тормошҡа аша, Бөрө ҡалаһына йәшәргә күсеп китергә мөмкинселек сыға. Әлбиттә, ҡолас йәйеп ҡаршы алыусы булмай. Элекке таныштары менән ҡыҫынҡы ғына бер бүлмәлә йәшәп китәләр. Кәләшен район мәҙәниәт йорто директоры, үҙен художество етәксеһе итеп алалар. Төндәрен иһә тынғыһыҙ ижадсы тәҙрә төбөндә ултырып көйҙәр яҙа. Башҡаларҙы уятмаҫ өсөн яңы ижад емештәрен шым ғына йырлап ҡарай ул. Серем итеп ял итергә, көс йыйырға кәрәклеге хаҡында әйтһәләр: “Миңә өлгөрөп ҡалырға кәрәк”, – тип яуап бирә.  Күңеле асыҡ, ихлас кешегә Аллаһы Тәғәлә шулай уҡ алдан иҫкәртә, тиеүҙәре, бәлки, ысынлап та, хаҡтыр. Башҡорт халыҡ шағиры Рәми Ғарипов та бит баҡыйлыҡҡа күсер алдынан бер нисә көн алдан ғына һуңғы хушлашыу шиғыры “Ышанмағыҙ, февраль буранына...” әҫәрен яҙып ҡалдырған бит. Насип Кучаевты ла, әйтерһең дә, Хоҙай шулай алдан һиҙҙертә. Уның башҡарыуында һуңғы йырҙарҙың береһе “Васыят” тип атала. Осраҡлы ғына рәүештә бер баҫмала мәҡәлә менән бергә буласаҡ йырҙың һүҙҙәрен осратып, көй яҙа һала. “Аҡ күбәләк булып йәнем ҡайтыр...” һүҙҙәре булған был йырҙы эсендә йәне булған кеше тыныс ҡына тыңлай алмайҙыр. Шулай уҡ, ҡыҙҙарына, ҡатынына ыңғайы тура килгәндә бәхилләшеү һүҙҙәрен дә, теләктәрен дә әйтеп ҡалдырырға үҙендә көс таба.

...Һәләтле кеше тиҙҙән Бөрө ҡалаһында ғына мөмкинлектәр тар икәнлегенә яҡшы төшөнә. Өфөгә саҡырғас, шатланып ризалаша. Тик йәшнәп йәшәр, алмалай  ике ҡыҙының матур итеп үҫкәнен үҙ күҙҙәре менән күреп ҡыуаныр, халҡын яңынан-яңы йырҙары менән ҡыуандырыр сағында ғүмере ҡапыл ғына өҙөлә.

Йөрәге алдан уҡ ваҡыты-ваҡыты менән үҙен һиҙҙертеп алған саҡтарында кәләше дауаланырға кәңәш итһә: “Ошо кәүҙәм менән поликлиникаларҙа әбейҙәр менән бер рәттән сиратта ултырайыммы?” – тип һыр бирмәҫкә тырышып, үҙенең хәлен һиҙҙертеп яҡынын алдан уҡ хафаларға һалмаҫҡа тырыша ул. Сире көсәйергә сәбәптәре лә була шул. 2001 йылдың апрель айында шәхси концертын үткәрергә, өсөнсө аудиояҙмаһына туплана башлаған йырҙарын тамашасы хөкөмөнә  сығарырға ҡарар итә. Был көндө баш ҡалала бер нисә билдәле йырсының концерты үткәнгә күрә, халыҡ тамашаға әҙ йыйыла. Нескә күңелле, хисле, сәмсел кеше был ваҡиғаны ауыр кисерә. Бер айҙан мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Һуңынан табиптар: “Бер ай элек аяҡ өҫтө инфаркт үткәргән”, – тиҙәр.

Был ваҡытта Сабинаға – ете, ә һеңлеһе Альбина йәш ярымлыҡ ҡына була.

Васыятҡа тоғро ҡалып

Бәләкәс бала менән был ваҡытта декрет ялында Фәриҙә Әхмәтзәки ҡыҙы ауыр саҡтарҙа ла тешен ҡыҫып түҙә. 

– Ул ваҡытта әлеге кеүек тамадалар күп түгел ине. Татар, үзбәк, рус ҡунаҡтары өсөн байрамдар алып барҙым. Әлбиттә, яңы ғына яҡын кешеһен юғалтҡан кеше өсөн байрамса кәйефтә, табынға йыйылған халыҡтың күңелен күреп йөрөү еңел булманы. Үкһеп илағым килгән саҡта ла, йөҙөмә йылмайыу сатҡылары сығарып балаларым хаҡына түҙҙем”, – ти оло йөрәкле әсәй.

Атаһы электән Сабинаның Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы башҡорт гимназия-интернатында уҡыуын теләй. Сөнки алдынғы ҡарашлы шәхес булараҡ, төплө белем алыуҙың ҡәҙерен яҡшы аңлай ул. Ҡыҙы ла һынатмай. Был мәртәбәле белем усағын алтын миҙалға тамамлай. 

Бары тик һөнәр алыр ваҡыты еткәс кенә аптырап ҡала ул. Юҡ, кем булырға тигән һорау борсомай уны. Бары тик сәнғәт институтында ул уҡырға теләгән джаз-вокал бүлегенә бюджет урындары сикле икәнлеген белә. Һәләтең булһа ла, унда инеүселәрҙең исемлеге күптән билдәле икәнлегенә төшөнөп тә баҙап ҡала.

Бирәм тигән ҡулына, сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, элекке уҡыусыһы Литвинова Лия Борисовна һәләтле уҡыусыһын М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла урынлашҡан педагогика институтына музыкаль белем биреү йүнәлеше факультетына уҡырға барырға тәҡдим итә. Бакалавриатты ҡыҙыл дипломға тамамлаған Сабина тап ошо уҡыу йортонда белем алырға саҡырған, ваҡытында дөрөҫ юл һайларға ярҙам иткән уҡытыусыһына әле лә рәхмәтле.

Сәхнә кешеһенә тамашасыһының тын алышын, кәйефен тоя белеү мөһим. Шул ваҡытта ғына уңышҡа өләшеп, халыҡ һөйөүен яулап булғанлығына яҡшы төшөнә Сабина. Шуға ла, магистратураға уҡырға ингән сағында психолог һөнәре нескәлектәренә төшөнөргә теләүе лә тиктән түгел.

Башҡортостанда күпселек юғары уҡыу йорттары үҙҙәрендә белем алыусы, бар яҡлап та алдынғылыҡты бирмәгән студенттарын сит илгә стажировка үтергә, тәжрибә тупларға ебәреүҙәре билдәле. Сабина ла был мөмкинселекте ҡулынан ысҡындырмай. Бәләкәйҙән көнсығыш Азия менән ҡыҙыҡһынған йырсыға ярты йылға Ҡытайға барып, Төньяҡ-көнсығыш педагогия университетында белем алып ҡайтыу бәхете тейә.

– Ҡытайҙар, башҡорттар кеүек үк, тыныс, сабыр, тыйнаҡ халыҡ. Көнкүрештәре менән тәрәндән танышҡас, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре беҙҙең милләттеке менән оҡшаш икәнлегенә лә төшөнәһең. Ҡытай халыҡ көйҙәре лә әсир итте. Сөнки уларҙың нигеҙендә, башҡорт оҙон көйҙәрендәге һымаҡ уҡ, пентатоника – биш нотанан торған көй бар, – ти Сабина.

Ысынлап та, ике йүнәлештә уҡыу Сабинаға тормошта ла ныҡ ҡулай. Ул вокал буйынса белем алырға теләүселәр менән дәрестәр алып бара. Уға бәләкәй генә балалар ҙа, өлкән йәштәгеләр ҙә теләп йөрөй. Тап төрлө йәштәге, донъяға төрлө ҡарашлы кешеләр менән эшләгән ваҡытта барыһы менән дә уртаҡ тел табырға ошо психология һөнәрен төптән белеүе ярҙам итә.

Әсәһенән бирелгән һәләт тә бар...

Фәриҙә Әхмәтзәки ҡыҙы нәфис һүҙ оҫтаһы булыу менән бергә, уға төрлө телдәрҙе өйрәнеү ҙә еңел бирелә икән. Ул башҡорт, татар, рус, үзбәк телдәрен белә, немецса  еңел генә аралаша ала икән. Сабина менән Альбинала ла әсәләренән бирелгән һәләт бар.

Сабина бала сағынан уҡ инглиз телендә еңел аралаша. Әлеге ваҡытта ҡытай, корей, испан, француз телдәре менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Ҡытай, корей телдәрендә күңеленә оҡшаған йырҙар менән халыҡ араһына сыҡҡаны ла бар. Йыл һайын Өфө ҡалаһында Яҡутов паркында ойошторолған “Азияның ритмы һәм көйө” сараһында корей телендә йырлай. Киләсәктә француз, испан телдәрендә йырларға хыяллана.

Ун алты йәшенән көйҙәр яҙған, тырыш, үҙенә ҡарата талапсан, бар яҡлап та һәләтле йырсы киләсәктә, бәлки, атаһы ижад иткән, төрлө осорҙа ла халыҡ яратып ҡабул иткән йырҙарҙы сит телдәргә лә тәржемә итеп, киң аудиторияға ла сығарыр.

Һеңлеһе Альбина БДУ-ның башҡорт филологияһы, журналистикаһы һәм шәрҡиәте факультетында корей телен тәрәндән өйрәнә. Ул да сәнғәткә ғашиҡ кеше. Бала ағында К. Хабенский исемендәге театр студияһында шөғөлләнеп үҙендә актерлыҡ һәләтен үҫтереүгә булышлыҡ иткән, матур итеп йырлай ҙа икән.

Ниңә беҙҙә шулай икән?

 Сабина Кучаева ике йыл дауамында Башҡорт Дәүләт филармонияһында эшләй. Республика буйлап гастролдәргә сығып, концерттарҙа тамашасыһына моңло йырҙарын бүләк итә ул. Быйыл, отпускынан сығыуына, филармония етәкселеге уның менән артабан эшләүҙең ваҡытын оҙайтмағаны асыҡлана.

 – Нисектер был минең өсөн көтөлмәгәнерәк килеп сыҡты. Бер ни тиклем аҙап ҡалдым. Ғаиләбеҙ күсеп ҡайтып, атайым бында сығыш яһай башлағас, төрлөсә этләшеп, юлына арҡыры төшөп маташыусылар булған. Концерт алдынан ул йырлаясаҡ йырҙарҙың көйҙәре яҙылған таҫмалары осраҡлы ғына “юғалһынмы”, кейемен бысратып китһендәрме... Хатта сәхнәгә сыға торған аяҡ кейеменә ваҡланған быяла ярсыҡтары һалыусылар ҙа табылған. Әлбиттә, миңә улай уҡ хаслашыусы юҡ кеүек. Тик һаҡһыҙ ҡағылғанда онталырға ғына торған гәлсәр күңелемә көйөк һалыусылар бар. Ҡайһы саҡта: “Беҙҙә ниңә шулай икән?” – тип күҙ йәштәренә лә ирек бирергә тура килгән саҡтар була. Шулай ҙа, танауымды төшөрмәҫкә тырышам. Яңыраҡ Ҡырымда ижади йәштәр өсөн ойошторолған “Таврида” фестивалендә уңышлы сығыш яһап ҡайттым. Ғөмүмән, тормоштағы бындай боролоштар яңы башланғыстарға этәргес икәнлеген дә яҡшы беләм, – тип Сабина тормошонда барған һуңғы яңылыҡтары менән бүлешә.

Ҡарҙың башын – ҡар, башҡорт башын башҡорт ашай, тигән әйтем, үкенескә күрә, бөгөнгө көндә лә актуаллеген юғалтмай. Тар күңеллелек арҡаһында күпме һәләтле йәштәребеҙҙең ситкә сығып китеүе әлегәсә һабаҡ бирмәүе йәнде әрнетә.

Алтынды ергә күмһәң дә, һыуға һалһаң да, ул үҙенең сафлығын юймай. Ысын һәләттәр менән дә шулай. Киләсәктә Йыһан ҡыҙы Сабина Кучаеваның йырҙарын үҙәк теле-радио каналдарҙан күреп, ишетеп ҡыуанырға яҙһын.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА. 

Автор:
Читайте нас: