Бөтөн ғүмерен сәнғәткә бағышлаған, заманында сит ил сәхнәләрен дә дер һелкеткән башҡорт бейеүе легендаһы Рәшиҙә ТУЙСИНАНЫ һәр кем үҙе өсөн мең тапҡырҙар асҡандыр. Кем өсөндөр мәңгелек серҙер ҙә әле ул.
Журналыбыҙҙың сәй табыны янында данлыҡлы апайыбыҙҙың бала сағына, йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайттыҡ. Ғүмер юлы кино таҫмаһындағылай күҙ алдына баҫты. Бөйөк шәхестәр был донъяға нисек килә, үҫә һәм үҙ тәғәйенләнешен таба? Уларҙы ниндәй Әсәй тәрбиәләй? Ана шул һорауға яуап эҙләнек. Юғары Көс ҡөҙрәте, яҙмыш ғали йәнәптәренең һирәктәргә генә төшкән өлөш – йондоҙ булып балҡыуға айырыуса ныҡ булышлыҡ иткәненә хайран ҡалдыҡ.
“Шоңҡар”ҙар: Самауыр тиһәләр, һеҙҙең күҙ алдына нимә баҫа?
Рәшиҙә Туйсина: Бала саҡта әсәйем эштән ҡайтыуға өйҙө йыйыштырып, самауыр ҡайнатып ҡуя инем. Ул бит табындың түрҙә ултырған хужаһы. Саҡ ҡына шыжлауынан туҡтаһа ла күңелһеҙ булып ҡалыусан һәм йәһәт кенә киренән терелтеп ебәрәһең. Әсәйем сәй янына тиҙ генә аш-һыу хәстәрләй. Ана шундай йылы тәьҫораттар тыуа самауыр күҙ алдыма баҫһа. Ни тиһәң дә, әсәй иҫән саҡтар.
“Шоңҡар”ҙар: Самауырлы саҡтар һағындырамы?
Рәшиҙә Туйсина: Һаман да самауырым бар минең. Күмер һүндереп тороп ҡайнатам әле.
Сәхнәнән иртәрәк ебәрҙеләр мине. Халыҡ араһына сығыуҙан туйманым. Рашҡы яуһа ла һинд бейеүҙәрен ялан аяҡ шап-шоп баҫып бейегән саҡтар бар ине. Бейеү тәнгә, йәнгә һеңеп ҡалды шул. Ниндәй генә һауа торошо булмаһын, халыҡты йәлләп, концерт ҡуйып ҡайта инек.
Сәхнәнән иртә ебәргәстәр, көсөмдө ҡайҙа ҡуйырға белмәй баҡсала өй һалдым. Унда самауырым бар. Мунса яғам да, ҡалған күмергә рәхәтләнеп самауыр ҡайнатам. Мин һеҙҙең алда ошолай ҡылансыҡланып, шаярып ултырһам да, ысын мәғәнәһендә ауыл ҡыҙымын. Мал менән ҡош-ҡортом ғына юҡ. Ер эшен яратам. Ҡулдарым ҡарайып китһә лә бошонмайым. Күршем – рәссам Барсуков мәрхүм: “Эх, Рәшиҙә, һине бында күрһәләр, нимә тиерҙәр ине икән,” – тип көлә ине. Ямғыр булһа ла көләпәрәле курткамды кейеп алам да ҡара ерҙән айырылмайым. Ошонан сикһеҙ рәхәтлек кисерәм, йәнем кинәнә! Бер мәл, эш менән булып йөрөгәндә генә, ҡапыл ҙур концертҡа саҡырҙылар. Сәхнәгә сыҡҡайным – мин йәнә ләззәт алам, унда ла үҙемде батшабикә кеүек тоям! Теләһәм – еремдә ҡаҙынам, теләһәм – сәхнәлә балҡыйым. Был бит мөғжизә! Ошо түгелме ни бәхет? Етмәһә, йондоҙлоғом буйынса буғамын, ат йылында тыуғанмын. Бөтә ауырлыҡты елкәмдә һөйрәүем ғәжәп тә түгел. Бер ҡараһаң нескә генәмен, кәрәк саҡта йөк тейәйем.
“Шоңҡар”ҙар: Гел матур кейенеп, көлөп-йылмайып ҡына йөрөйһөгөҙ. Ҡайҙан килә һеҙҙә был сифат?
Рәшиҙә Туйсина: Кеше гел көлөп йөрөгәс тә ауырлыҡ күрмәй, тип уйлай. Бер заман “шул тиклем матур күренә, һөт ваннаһында йыуыналыр” тигәндәрен ишеттем. Иҫем китте! Беҙ бәләкәйҙән аҡҡа хөрмәт менән ҡарап үҫтек. Мин хатта таҙа һыуға ла аяҡтарымды ҡомған менән йыуып ҡына инәм. Артист халҡын ғүмер буйы һөйләйҙәр бит инде. Аҡылың булһа, ишеткәнеңдән фәһем алаһың да, йәшәй бирәһең. Йәшлегемдә үтә хисле инем. Әммә һиҙгерлегем арҡаһында алдан тойомлап, үҙемә һүҙ тигеҙмәҫкә тырыштым. Бала саҡтан Хоҙайҙан ҡурҡтым. Күпме генә булышмаһындар, тыйнаҡ булдым. Көнләшмәҫтәр ҙә ине – тоталар ҙа сит илгә саҡыралар. Сәхнәлә лә, тормошта ла оҡшата инеләр мине. Валентина Толкунова, Людмила Зыкина, Эдита Пьеха, Алла Пугачевалар менән осрашҡаным булды. Үҙемдә бала саҡтан алдан сабып сығыу тигән нәмә юҡ ине. Барыһы ла шулай тәбиғи рәүештә, үҙ яйынса һалына барҙы.
Тағы ла шуны өҫтәр инем: ғүмер буйы зауыҡлы итеп кейенә, үҙемде тота белдем. Шуға күрә лә ялтырайымдыр инде. Мине аңлаған кешеләр булһа, көләм-шаярам. Аңламаған кешеләр янында ябылам. Көнбағыш кеүек. Ныҡ һиҙгермен. Шул мине ҡотҡарҙы ла, хәүефләндерҙе лә.
“Шоңҡар”ҙар: Был тәрбиәнән дә киләлер инде. Атай-әсәйегеҙ тураһында ниндәй хәтирәләр һаҡлайһығыҙ?
Рәшиҙә Туйсина: Әсәйем иртә етем ҡалған минең. Шуғалырмы, кәртә башында уйнап йөрөгән сағында ғына, ун өс йәшендә, һоратҡандар. Этҡолдағы указлы мулла улы Рәхмәтуллаға әйттергәндәр. Әсәйемдең унан биш малайы булып үлеп торған. Кулактарҙы ҡыуған йылдарҙа ул ағайҙы Мурманск яғына ебәргәндәр. Йәшләй генә яңғыҙ ҡалған әсәйем артынан ун йәшкә кесе егет йөрөй башлай. Һыуға барһа ла артынан эйәрә, бер ҙә тынғы бирмәй икән. Шулай итеп, атайым әсәйемде алған барыбер, өс балалары булды. Рәшит, Рәсүл ағайҙарым һәм мин. Мин юлда тыуғанмын. Хәл былай була. Апһындары әсәйемде өлкән тип ныҡ ҡына ҡыйырһытҡас, ағайымдарҙы етәкләп өйҙән сыҡҡан да киткән. Бик ғәрсел ине ул, һүҙ күтәрмәгән. Мин ҡорһаҡта ғына булғанмын. Әсәйемдең шундай ауыр сағында донъяға килгәнмен. Сыңғыҙҙан Баймаҡҡа китеп барған саҡта, Ҡуянтау эргәһендәрәк тулғағы башланған. Ни эшләргә лә белмәгән, ышыҡланам тиһә ағас юҡ, ултырып хәл алырлыҡ ташы ла күренмәй. Үҙенсә бер әмәлен тапҡандыр инде, май айының матур мәлендә, тәбиғәт ҡосағында донъяға килгәнмен.
Баймаҡ ҡалаһында үҫтек. Атайымды бер ҡасан да күргәнем булманы. Әммә барыһы ла, “шул тиклем атайыңа оҡшағанһың, бәхетле булырһың», тип юрайҙар ине. Иҫемдә: әсәйем бейә һауырға китә, ә беҙ ат һарайындағы шкаф башында симешкә сиртеп ултырып торабыҙ.
Әсәйем мине алдына ултырта ла, аслыҡ мәлдәрендә имен сығарғаныма ҡыуанып бөтә алмайым, тип һөйә торғайны. Ураҡ ваҡытында сәңгелдәккә элеп ҡуйыр булған. “Эйй, йылан килеп ҡуймаһын, күҙкәйҙәрен ҡарға соҡоп китмәһен тип көйөүҙәрем, яныуҙарым”, тип һөйләгәне хәтеремдә. Ҡала ситендәге баракта йәшәнек. Ҡыш хатта бүре олоуҙарын да ишетә инем. Әсәйем яңғыҙ өс бала менән ҡалһа ла, бер ваҡытта ла һыйырҙан өҙөлмәне.
“Шоңҡар”ҙар: Атайымды бер ҡасан да күрмәнем тинегеҙ, ә Рәхмәтулла ағайҙың яҙмышы билдәлеме?
Рәшиҙә Туйсина: 1949 йыл әсәйем менән мәктәпкә тип баҙарға кейем ала китеп барһаҡ, беҙҙе шинель кейгән берәү туҡтатты. Аҙаҡ ҡына белеп ҡалдым: Рәхмәтулла ағай ҡайтҡан икән. Әсәйемде кире алырға теләүе асыҡланды. Үҙен оҙаҡ ҡына күндерергә тырышҡандары хәтеремдә. Ризалашты әсәйем, бергә йәшәй башланыҡ. Ул ағайҙың миңә ҡарата мөғәмәләһе матур булды. Таҫмалар, сәс майҙары алып ҡайтып та һөйөндөрҙө. Хәтеремдә: йәшен йәшнәһә, мин ҡурҡа инем, ә ул тап шул мәлдә тәҙрәне асып тороп ҡысҡыра. Әсәйем көйгәләк булды. Шауламағыҙ, ағайығыҙға ҡамасауламағыҙ, тип кенә торҙо. Күпмелер ваҡыт үткәс, Ғәлиә исемле матур ғына ҡыҙҙары тыуҙы. Эй, яратты уны Рәхмәтулла ағай! Тик... күпмелер ваҡыт үткәс, әсәйемдең бер туған һеңлеһе менән йөрөп алып китте ағайыбыҙ. Шунан йәнә берәү менән. Унан балаһы тыуҙы. Хатта әсәйемдең шул баланы бәүетеп ултырғаны ла хәтеремдә. Ләкин ул ағайҙы мин яманламайым. Ирҙәргә ҡытлыҡ заман ине бит. Әммә был хәл оҙаҡҡа барманы. Бер ваҡыт ағайыбыҙ иҫерек килеш ҡайтты. Әсәйем уның итеген сисергә ярҙамлашҡайны, ҡуңысынан аҡсалар ҡойолоп китмәһенме! Шул хәлдән һуң өйҙән ҡыуҙы ла сығарҙы. Сығып китһә лә, әллә күпме ваҡыт килеп йөрөнө. Тик бергә ҡалманылар. Рәшит ағайым әйтеүенсә, тәүге ирен яҡын күреп һыҙланды, шикелле, әсәйебеҙ. Мин иһә бер генә тапҡыр төндә илағанын ишеттем.
“Шоңҡар”ҙар: Бейей башлауығыҙ нисегерәк килеп сыҡты?
Рәшиҙә Туйсина: Элек беҙҙә мәктәп намыҫы өсөн тырышыу көслө булды. Бөтә сараларға ла матур итеп әҙерләнә инек. Ә мин гел башҡаларҙан айырылып торорға тырыштым. Мәктәптә лә, өйҙә лә матурлыҡ тыуҙырырға ынтылдым.
Шул саҡтарҙа үҙебеҙгә үҙебеҙ бейеү һалып мәж килә инек. Ауылдарҙа ритайым һуғыу ныҡ көслө ине заманында. Һигеҙенсе класта ҡыҙҙар менән кис ултырыуға саҡырыша башланыҡ. Таңға тиклем ритайымдың кәрәген бирәбеҙ генә! Аяҡтарым талғансы, башҡаларҙы йыҡҡансы ныҡ итеп бейей торғайным. Тфү-тфү, күҙ теймәһен – ошо аяҡтарым күпте күрҙе инде. Ул тау-таш артылып сейә-еләккә йөрөһөнмө, Манһыр ауылына, Мөжәүир олатай шишмәһенә тиклем барып етһенме… Әсәйем дә уға күренгән бит. Шуға күрә лә халыҡ йолаларын күңелемә һеңдереп үҫкәнмен. Әсәйем аша миңә әүлиә олатайҙың шойҡаны тейгәндер тип уйлайым. Үтә һиҙгерлегем дә шунан киләлер, бәлки.
Әсәйем мине сәхнә өсөн әҙерләгәндәй тәрбиәләне. Сигергә, бәйләргә әүәҫ инем. Кис мейескә һөйәнеп кенә ултырам да ҡул эштәре менән булышам. “Рәшиҙә, ят инде, билең ҡатып, арҡаң көмрәйеп китмәһен”, – тиер ине ул. Күрше-тирәләге инәйҙәргә һыу ташып бирергә яраттым. “Ҡыҙым, биҙрәләреңде тултырма, беҙҙең башҡорт халҡы балаларын ныҡ эшләтәләр ҙә, арҡалары бөкрәйә, буйҙары бәләкәй була”, – ти торғайны. Гүйә, бейеү өсөн әҙерләгән ул мине.
“Шоңҡар”ҙар: Бейеүҙе техник яҡтан өйрәнеп була, әммә һығылмалылыҡты Хоҙай бирәлер. Ошо фекер менән килешәһегеҙме?
Рәшиҙә Туйсина: Һаҡлау ҙа, яҡлау ҙа, һәләт тә Аллаһы Тәғәләнән килә. Юғары Көс үҙе үк мине бейеүсе итергә теләгәндер, шуға төрлө яҡлап булышлыҡ иткәндер, кәрәк саҡта аралап алып ҡалғандыр.
Әсәйем дә, Хоҙай аралай ул, ти торғайны. Шуның һымаҡ, минең дә янымда ғына үҙ фәрештәләрем йөрөнө. Ҡайҙа барһам да юлым асылып торҙо.
Бала саҡта кәзә бәрәстәрен, быҙау көтөп зәп-зәңгәр күккә ҡарап ятам. Бөгөнгөләй хәтерләйем шул мәлде. “Эй, Хоҙайым, минән ошоға тиклем бер кемдән дә эшләтмәгән берәй матур нәмә эшләт”, – тинем. Валлаһи! Үҙемсә шулай ысын күңелдән теләк теләнем.
“Шоңҡар”ҙар: Тәрән йөкмәткеле халыҡ бейеүҙәрен башҡараһығыҙ. Бәләкәй саҡтан легендалар, әкиәттәр ишетеп үҫкәнһегеҙҙер бит?
Рәшиҙә Туйсина: Дөрөҫ әйтәһегеҙ. Мин ҡурай моңон да тыңлап үҫкәнмен. Талғынлыҡ, бәүелеү бар минең бейеүҙәрҙә. Әлбиттә, баянға ла бейеп ҡараным. Фәйзи Ғәскәров мине ҡурайҙа бейетер өсөн Әнүәрҙе ансамблгә алды. Ул академтеатрҙа эшләп йөрөй ине. Ҡурайға бейей башлағайным, ысынлап та көйҙө тоям. Сихри көй шул тиклем күңелемә ятты ла ҡуйҙы. Ҡурай менән ҡуша һығылып-бөгөлөп бейегәнгә лә уңыштарға өлгәшкәнмендер.
“Шоңҡар”ҙар: Билдәле булып уянған сағығыҙ нисегерәк итеп хәтерегеҙҙә уйылып ҡалды?
Рәшиҙә Туйсина: Алтмыш беренсе йылда Кремль һарайында концерт бара. Массала “Ете ҡыҙ”ҙы бейенем, сыуаш бейеүҙәрен башҡарҙыҡ. Ҡапыл Фәйзи Ғәскәров: “Туйсина, кисекмәҫтән “Заһиҙә”гә кейен”, – ти. Көтөлмәгән хәлдән баҙап ҡалдым. Быға тиклем бейегәнем дә юҡ ине. Әммә өйрәнергә ҡушылған ине. Һиҙгерлегем көслө булыу арҡаһында бер ваҡытта ла күрһәтеп өйрәнеп йөрөмәнем. Аяҡ баҫып өлгөрмәгән, соло кәрәккән быға, тип һөйләнеүҙәре ихтимал. Теләгән бейеүҙәремде ҡайтҡас ҡына күңелдә эшкәртәм. Һәр һалдаттың офицер булғыһы килә бит – бының бер ҙә ғәйебе юҡ. Ләкин аҡыллы эш итергә кәрәк.
Шулай итеп, был концертта, тартҡыслап тигәндәй, тиҙ генә “Заһиҙә” бейеүе өсөн кейендерҙеләр. Тулҡынланам, ҡалтырайым. Әҙерәк үҙемде ҡулға алғас, яңылышмаһам ғына ярар ине, тип теләйем. Бейеп бөткәйнем,зал – шып-шым. Бер тауыш юҡ! Харап ҡына иттеләр мине сығарып, тип ҡайғырам. Инде китергә генә уҡталғайным, шау-гөр итеп ҡул сабып ебәрҙеләр. Яңынан сығып бейергә тура килде. Тик торғанда йондоҙға әйләндем дә ҡуйҙым! Үҙемә тәғәйен эште ипләп кенә эшләп йөрөгән кеше инем. Алға уҡталып, кеше башын тапау кеүек холҡом булманы. Шуға күрә лә Хоҙай миңә шундай бәхет насип иткәндер. Мең рәхмәтлемен!
“Шоңҡар”ҙар: Һеҙҙең өсөн нимә ул мөхәббәт?
Рәшиҙә Туйсина: Сит ерҙәрҙә сәфәрҙәрҙә күп йөрөгәс, беләм – үҙ илеңә булған мөхәббәт тойғоһо бар нәмәнән дә өҫтөнөрәк.
Бала саҡтан тыйнаҡ тәрбиәләнгәс, шундай заманда тыуғас, кемделер яратам тип белдереп, күрһәтеп йөрөү булманы. Хатта иптәштәргә лә һөйләмәнек. Донъяла төрлө кеше була. Ҡайһы бер кеше эс-бауырыңа инеп серҙәреңде сисеп ала ла, ҡырҡҡа төрләндереп таратыуы ла бар бит. Уның аҙағы насар бөтә. Минең менән кемдәрҙер ныҡ булышҡан осорҙарҙа, хатта өсәр йыллап шылтыратыуҙар булмағайны. Күңелдәген Хоҙай ғына белһен ул.
Ниңәлер бала саҡтан мине ныҡ яратҡан кешегә генә кейәүгә сыҡһам ине, тип теләнем. Үҙемдең хисем нисек булыр – был турала уйланманым. Һәм шулайыраҡ килеп сыҡты ла. Әнүәр ағайығыҙ менән беҙҙең һөйөү дуҫлыҡтан мөхәббәткә әйләнде. Шуға күрә, бында дуҫлыҡ көслө булдымы, мөхәббәтме – айырып ҡына әйтә лә алмайым. Ғәҙәттә, йәштәр яратыу тойғоһон артыҡ идеаллаштырып та ебәрә, ныҡлап уйларға кәрәк, бәлки, ул ваҡытлыса ғына тойғолор?
Мәктәптә лә кем үҙен һәйбәт тота, яҡшы уҡый – шуларҙы хөрмәт итә инем. Әнүәр үҙен матур итеп күрһәтә белде. Тәүҙә ул икенсе бер ҡыҙҙы яратып йөрөнө, ә мин улар араһында хат ташыусы ғына булдым. Беҙ яҡшы дуҫтар инек. Ҡыҙ менән егет араһында дуҫлыҡ булыуы мөмкин. Отпускыға ҡайтҡан саҡтарыбыҙҙа Иҫке Сибай клубында агитбригада төҙөп, уңыш йыйған мәлдәрҙә халыҡтың күңелен күтәреп йөрөгән йәштәр инек.
Беҙҙең халыҡта бер һыҙат бар: кейәүгә сыҡҡанһың икән, ҡара ҡан төкөрөп булһа ла һайлаған кешең менән бергә йәшәргә тырышаһың. Борон-борондан айырылыу һирәк булған. Әнүәр мине иҫ китмәле ныҡ яратты. Әммә кәрәкмәгәнгә ныҡ көнләште. Ҡайҙа ғына ҡунаҡҡа барһаҡ та, тиҙерәк алып ҡайтып китергә тырышты. “Һинең ашың тәмле, әйҙә, өйҙә ашайыҡ”, – ти торғайны. Ана шул көнләшеүе ҡамасауланы, йәнә дуҫтарҙы дөрөҫ һайлай белмәне. Эсмәгән ирҙе кешегә лә һанамаған заман булды бит. Ана шуға эйәреп китеп кенә ғаиләне харап итте. Сит илдәрҙә лә, бында ла беҙгә һоҡланмаған кеше ҡалмай торғайны. Сувенир пар тип кенә йөрөттөләр бит. Әллә күҙ тейҙе инде тип тә уйлап ҡуям хәҙер. Өсәр көнләп юғалып торғандан һуң һағынып ҡайтып инә лә, “Үҙеңде шул тиклем яратам, тик һине күрһәм, нисек кире сығып китергә икән, тип уйлай башлайым”, тип аҙарынғаны бөгөнгөләй күҙ алдымда.
Матур йәшәп, әлеге мәлгә тиклем ғаиләбеҙ һаҡланып ҡалһа, хаҡлы ялда булыуыбыҙға ҡарамаҫтан күптәргә өлгө булыр инек тә бит, тип уйлайым. Ныҡ бошонғаным шул. Ғаиләбеҙ бик ауыр көс менән тарҡалды, әлбиттә. Әммә, әгәр айырылышмаһаҡ мин әлеге кимәлдә ултыра ла алмаҫ, бөтөр инем. Халыҡтан да оят була башлағайны. Ул үҙен аҡлар өсөн мине бысратырға тотонғайны. Үҙе атайһыҙ үҫкәнгә күрә, улыбыҙға һәйбәт атай булыр тип өмөтләнгәйнем. Атай еҫе нисегерәк була икән тип өҙәләнә инем, тип һөйләгәне лә бар ине. Төндәр буйы китап уҡып сыға торғайны. Уйлайым да аптырайым: шул хәтлем күп китап уҡыған кеше шундай хәлгә төшә аламы икән? Беҙҙең айырылышыу аяҙ көндә йәшен атҡандай ҡабул ителде. Бер кем белмәне ғаиләбеҙҙәге хәлдәрҙе. Бала хаҡына тип кире араларҙы ялғап та ҡараныҡ. Хатта Нурмөхәмәт хәҙрәтте саҡырып яңынан никах уҡытҡайныҡ. Һыҙланыуҙарымдың башы һиндә бит, тип әрнеп әйткән саҡтарым да булды. Әрнеп бейегәнемде аңланы, шикелле, халыҡ. Йәш ҡатыш сәхнәгә сыҡҡан саҡтарымды һиҙәләр ине.
Үткәндәргә ҡайтырға тура килһә, Әнүәр менән аңлашып йәшәгән булһаҡ, бер нәмәне лә үҙгәртмәҫ инем.
“Шоңҡар”ҙар: Ошо йәһәттән йәштәргә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
Рәшиҙә Туйсина: Мөмкинселек булһа, мөхәббәт мәсьәләһенә ныҡлап төшөнгәс, яратыуҙың ике яҡлы икәнен белгәс кенә ғаилә ҡорһондар ине йәштәр. Һыуға ла, утҡа ла инерҙәй мөхәббәт булһын ул йөрәктә. Мине күп яраттылар. Әммә халыҡ яратыуы шәхси мөхәббәтте юҡ итте лә ҡуйҙы. Бөтә ғәм алдында матур күренер өсөн, донъямдың ығы-зығыһын күрһәтмәй ут йотоп булһа ла сәхнәгә сыҡҡанмын.
Шулай ҙа бөгөн мин бәхетле. Намаҙ – уҡыйым. Намаҙ ул үҙеңде-үҙең һаҡлау, ҡурсыу ҙа бит ул. Биш намаҙым һайын Хоҙай биргән барлыҡ ниғмәттәргә рәхмәт әйтәм, бейеү буйынса ярҙам иткән кешеләрҙе лә онотмайым.
“Шоңҡар”ҙар: Килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, Рәшиҙә апай!
Гөлсинә ЙОСОПОВА яҙып алды.