Данлыҡлы ҡурайсылар нәҫеленән булған Айбулат Дәүләтбай улы бала сағынан уҡ төрлө бәйгелә еңеп билдәлелек яулай. Бөгөнгө көндә ул Нефтекама дәүләт филармонияһының художество етәксеһе булып эшләй, коллективтың ижади тормошон алып бара.
1) Беҙҙең туғандарҙың барыһы ла тиерлек йырға маһир. Тик был һәләт мине генә урап үткән. Бала сағымдың матур хәтирәһе ул – кис һайын атайымдың йырлауы йә ҡурайҙа уйнауы. Мин шуларҙы тыңлап үҫтем. Үҙе өйҙә юҡ саҡта ҡурайҙарын алып, өрөп маташа инем. Өйҙә шулай уҡ гармун менән баян да булды. Гармунсы булып китеүем дә мөмкин ине. Бик иртә үҙем уйнарға өйрәндем. Әммә киреһенсә ултыртып уйнағанмын. Атай күреп көлдө лә, дөрөҫ ултыртып күрһәткәйне, башҡаса уйнай алманым да ҡуйҙым.
1977 йылда беҙҙең ауылда музыка мәктәбенең филиалы асылды. Атай ҡурайҙан уҡыта башланы. 50-ләп бала, шул иҫәптән мин дә уға уҡырға йөрөнөк. Тауыш сығара алмай бик оҙаҡ хитландым, әммә ҡурайсы булырға тигән теләк ҙур ине, ташламаным.1983 йылда Йомабай Иҫәнбаев исемендәге конкурста балалар араһында еңеү яулап, “Артек” лагерына путевка менән бүләкләндем. Заһир Исмәғилев: “Ҡустым, һинән ҡурайсы сығасаҡ!”– тип фатиха бирҙе.
Атайым бик ныҡыш кеше. Уҡыта башлағас ҡына ноталарҙы үҙләштерҙе. Олоғайған көнөндә ғәрәп хәрефтәрен өйрәнеп, Ҡөръән уҡый башланы. Ул мине бер ваҡытта ла ҡурайсы булараҡ маҡтағаны юҡ. “Их, уйнай белмәйһең шул!”– тип йылмая ла, арҡанан ҡағып ҡуя. Әммә ғорурланыу тойғоһон йәшермәй.
2) Өфө дәүләт сәнғәт институтының һуңғы курсына уҡырға килгәс, ректоратҡа саҡыртып, Учалы музыка училищеһына эшкә барырға тәҡдим иттеләр. Уйлармын тип яуапланым да, әсәй сирләп китеү сәбәпле, ауылға ҡайтып киттем. Ҡала хакимиәте мине күсереп алырға КамАЗ машинаһы ебәргән. Ҡатыным бер нисә сумаҙан кейемде, йыйған мөлкәтте алған да, ултырып киткән. Учалыға барып төшкәнемдә, ул урынлашып, һин дә мин йәшәп ята ине инде. Ул мәлдә башҡорт фольклор бүлегендә 112 студент уҡыны, егеттәрҙең барыһын да ҡурай уйнарға өйрәтергә кәрәк, тинеләр. Ҡурай класында 11 егет белем ала ине (улар артабан сәнғәт институтын тамам- ланы), һәр студент менән эшләнем. Гөлдәр Сабит ҡыҙы Моратованы республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығына эшкә алғас, миңә, 25 йәшлек егеткә, бүлек менән етәкселек итеү тапшырылды.
3) Әхәт Әхмәт улы Фәсхетдинов мине осрашҡан һайын тигәндәй, фатир вәғәҙәләп, Нефтекама филармонияһына эшкә саҡырҙы. Оҙаҡ ҡына уйланғандан һуң, эштән китергә ғариза яҙҙым.
Эш башлауы бик ҡыҙыҡ булды. Филармонияла бер-беребеҙҙе белмәйбеҙ. Коллектив йәш, бейеү ансамблендә хатта 16 йәшлек кенә егет-ҡыҙҙар эшләй ине. Беҙгә тиҙ арала коллективты күтәреү маҡсаты ҡуйылғайны, көнө-төнө эшләнек. Берҙән-бер ҡурайсымын – йырсылар менән эшләйем, оркестрҙа уйнайым. Музыка мәктәбендә ҡурай класында ла уҡыта башланым.
20 йыл да үтеп китте, ә уйлап ҡараһаң, 20 минут кеүек кенә күренә.
4) Тыуған яҡтар һағындыра, тик ял һәм байрам көндәрендә эшләгәс, йыш ҡайтырға форсат сыҡмай. Ә йәйге ял мотлаҡ Бөрйәндә үтә. Ҡайтһаҡ, ғаилә дуҫтары, һабаҡташтар, туғандар килеп тора. Улар менән шау-гөр киләбеҙ. Ауылдан китке килмәй, атай йортонан үҙемде көсләп тигәндәй алып сығып китәм. Олоғайған һайын тыуған яҡҡа тартылам, эш булһа, бөгөндән Бөрйәнгә ҡайтыр инем. Хаҡлы ялға күп ҡалманы, тип үҙемде йыуатам.
Балды күп ашайбыҙ, өҫтәлдә мотлаҡ Бөрйән балы булырға тейеш. Атай былтыр ғына (81 йәшенә еткәс) ҡортсолоҡто ташланы, ара-тирә мин дә барып ҡыҫыла инем. Ҡортсолоҡтоң нескәлектәрен тойомлайым, интернеттан ҡыҙыҡһынып, күп кенә видео яҙма ҡарайым. Миңә был шөғөл оҡшай, әммә әле уға тотонорға әҙер түгелмен.
5) Ҡатыным менән Өфөлә, студент йылдарында уҡ таныштыҡ. Яҡташ ҡыҙға ҡунаҡҡа барғайным, өйҙә булманы. Күрше бүлмәлә көлөшкән тауыштар ишетелә ине, бәлки шундаларҙыр, тип ишек шаҡыным. Бер төркөм йәштәр араһында Асия ла бар ине, тәү ҡараштан оҡшаттым. Танышып, дуҫлашып киттек, ғаилә ҡороуыбыҙға 27 йыл тулды. Ҡырмыҫҡалы районынан, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев нәҫеленән ул. Филология факультетын тамамланы, мәктәптә эшләй. Декабрист ҡатыны кеүек, ҡайҙа барһам да ризаһыҙлыҡ белдермәне, минең өсөн һәр ваҡыт ныҡлы тыл булды.
Ике балабыҙ буй еткерҙе. Ҡыҙым Айсулпан – геология, улым Арыҫлан иҡтисад йүнәлешендә Санкт-Петербург университетын тамамланы. Нефтекамаға күскәндә Арыҫланға өс йәш ине. “Бында бер башҡорт та юҡмы ни?”– тип аптырай ине тәүге осорҙа. Учалыға китәм, тип тимер юл вокзалына ла барып йөрөгән. Хәҙер уға Нефтекама ныҡ оҡшай, бында төпләнергә булды.
6) Атай беҙҙе бала саҡтан эшкә өйрәтте: 4-се класты бөткәндән һуң бесән саба башланыҡ. Бергә йөрөп уның менән утынды ла үҙебеҙ әҙерләнек. Атай өйҙә юҡта “Дружба” бысҡыһын тоҡандырырға көс етмәй, күрше ағайҙан тоҡандыртабыҙ ҙа, бензины бөткәнсе бысабыҙ. Йыл һайын колхозға тай өйрәтеп бирә инек. Аттан осҡан саҡтарҙы һанап бөтөрлөк түгел. Был эштең уңай яҡтары ла булды: йәй буйы бесәнгә йәйәү йөрөмәйһең. Аҡса ла мул түләнде. 14 йәштә тәүгә бура бурарға тура килде. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә инек: йылғанан ташып һыу һиптек. Ҡыш мал ҡараныҡ.
Мул йәшәнек, өҫтәлебеҙ тулы ризыҡ булды. Эшкә өйрәнеү үҙем өсөн: ҡулым эш белә. Ауыл малайының әрһеҙлеге тормош көткәндә ныҡ ярҙам итте.
7) Мин тормошта бер нәмәне – дуҫ булып йөрөп, арттан этлек эшләгән кешеләрҙе аңлай алмайым. Үҙем кешегә бер ваҡытта ла зыян килтермәнем. Етәксе кеше уҫал булырға тейеш, тиҙәр. Әммә аңлашыуҙы, ултырып һөйләшеүҙе хуп күрәм. Бик һирәк, сиккә килеп төртөлһәм генә, тауышымды күтәрәм.
Кәйефем төшһә, кем менәндер аралашып алам. Күңелемде күтәреү өсөн ихласлап бер һөйләшеү етә. Оҙаҡ асыу һаҡлап йөрөү егетлек түгел бит ул. Ғүмерҙе бушҡа әрәм итмәйек.
Гөлнур Ҡыуатова. Архив, 2019 йыл.