Ю́рий Юлиа́нович Шевчу́к (16 май 1957 йыл, Ягодное ҡала тибындағы ҡасабаһы, Магадан өлкәһе, РСФСР, СССР) — совет һәм Рәсәй рок-музыканты, йырҙар авторы, шағир, актёр, рәссам һәм продюсер. «ДДТ» төркөмөн ойоштороусы, уның лидеры һәм алмашынмаҫ ҡатнашыусыһы. «ДДТ театры» яуаплылығы сикләнгән ширҡәтен ойоштора һәм уның етәксеһе була. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003 йылдың 18 сентябре)[1].
Тәүге йырҙарын Шевчук ватан бардтарына, беренсе сиратта Владимир Высоцкийға, Булат Окуджаваға һәм Александр Галичҡа[2], шулай уҡ Көмөш быуаттың рус шағирҙары — Осип Мандельштамға, Сергей Есенинға һәм башҡаларға эйәреп яҙа. Шевчук ижадында гражданлыҡ-патриотик лирика, рухи камиллашыуға, көс ҡулланыуҙан баш тартыуға саҡырыу, социаль сатира һәм протест тематикаһы өҫтөнлөк итә. 2000-се йылдар уртаһынан Рәсәй оппозиция хәрәкәтендә ҡатнаша, был да уның ижадында сағыла.
Алты йәшенә тиклем Юрий һүрәт төшөрөү менән мауыға, ғаилә 1964 йылда Нальчикҡа күскәс тә был шөғөлөн дауам итә. Музыка дәрестәре ала башлай.
1970 йылда ғаилә Өфөгә күсә һәм Ленин урамындағы 43-сө йорттоң 9-сы фатирында төйәкләнә. Юрий Пионерҙар йортоноң рәсем студияһында шөғөлләнә һәм мәктәптең «Вектор» ансамблендә уйнай. Шевчук музыка ҡоралдарында үҙ аллы өйрәнә — баянда һәм гитарала уйнай, ә һүрәттәре төрлө конкурстарҙа наградалар ала, шул сәбәпле ул профессиональ рәссам булыу тураһында уйлана башлай.
8-се класта уҡығанда Шевчук футболкаһына арҡысаҡ төшөрә лә «Иисус был хиппи» тип яҙа. Ҡала буйлап ошо футболкаһында йөрөгәнендә уны милиция тота[5].
Мәктәпте тамамлағас, 1975 йылда Шевчук Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетына инә. Рәссам Я. Крыжевский менән таныша. Институттың студенттар театрында ҡатнаша. Ошо ваҡытта Юрий музыка менән һынлы сәнғәт араһында өҙгөләнә башлай. Яңы шөғөл — шул саҡта модаға ингән рок-н-ролл менән «ауырыу» — еңә. Төркөм көнбайыш рок-төркөмдәренең кавер-версияларын башҡара.
Рәссам дипломы алған Шевчук йүнәлтмә буйынса Башҡортостандың Иглин ҡасабаһына эләгә. Рәсем дәресен уҡыта, шул уҡ ваҡытта «Вольный ветер» һәм «Калейдоскоп» төркөмдәрендә уйнай, мәктәп кисәләрендә, мәҙәниәт йорттарындағы байрамдарҙа сығыш яһай. Тиҙҙән Юрий автор йыры конкурсында приз яулай.
Ошо уҡ ваҡытта Юрий музыканттарҙың репертуарында 70-се йылдарҙа совет мәҙәниәте өсөн сит күренеш тип танылған рок-н-ролл ритмдары өҫтөнлөк алғаны өсөн тәүге тәнҡитте ишетә.
Йәш белгес өсөн мәжбүри мөҙҙәте тултырғас, 1980 йылда Шевчук Өфөгә ата-әсәһе янына ҡайта. Дини диссидент Борис Развеев менән таныша, ул биргән Инжил китабын, Солженицын менән Оруэллдың тыйылған әҫәрҙәрен уҡый.
1979 йыл аҙағында бер танышының тәҡдиме буйынса Шевчук Өфөләге «Авангард» мәҙәниәт йортонда репетициялар үткәргән бер исемһеҙ төркөмгә саҡырыла. Шулай итеп, 1980 йылда киләсәктә «ДДТ» тигән исем менән билдәлелек аласаҡ рок-төркөм барлыҡҡа килә. Был ваҡытҡа Юрий шиғырҙар яҙа, уларҙы гитарала уйнап башҡара. Егеттәр студент кисәләрендә, ресторандарҙа, кинотеатрҙарҙа, мәҙәниәт йорттарында, ғөмүмән, ҡайҙа мөмкин — шунда сығыш яһай. Улар ете йырҙан торған тәүге магнитоальбомдарын яҙҙыра, бөгөн был альбом «ДДТ-1» тигән атама менән билдәле. Төркөмдөң репертуарына ул саҡтарҙа популяр булған хард-рок, рок-балладалар, ритм-энд-блюз һәм рок-н-ролл инә, бөтә йырҙарҙа ла тиерлек фольклор интонациялары шәйләнә.
1980 йылда милиция капитанын туҡмаған өсөн Шевчук 15 тәүлеккә ҡулға алына, уға енәйәт яуаплылығы янай, әммә, үҙенең һүҙе буйынса, атаһы «алып ҡала». Был хәл тураһында Шевчук ошолай ти: «Мин күп нәмә тураһында уйландым. Мин унан яҡшыраҡ булып сыҡтым».
1982 йылда Шевчук Горький ҡалаһына унда һөргөндә булған Андрей Сахаров менән осрашырға тип килә, ләкин уны Сахаров йорто эргәһенә үткәрмәйҙәр.
1982 йылда «Комсомольская правда» гәзите Бөтә Союз «Алтын камертон» конкурсын иғлан итә. Унда бөтә илдән төркөмдәр ҡатнаша. Шевчуктың төркөмө беренсе турҙан үтә, төркөмдөң рәсми атамаһы мәсьәләһе килеп тыуғас, «ДДТ» тигән исем алына. Төркөм «Не стреляй» тигән йыр менән был конкурстың лауреаты була.
Был «Камертон»да Шевчук конкурста ҡатнашҡан Череповец төркөмө «Рок-сентябрь» менән таныша. Был коллектив ул замандар өсөн уникаль техник мөмкинлектәргә эйә була һәм бергә яҙылырға тәҡдим итә[6]. 1983 йыл башында Нефтселәр мәҙәниәт һарайының радиоузелында «Я уезжаю» тигән акустик альбомды яҙҙырғас[2], Шевчук Череповецҡа юллана, ләкин «Рок-сентябрь» лидерҙары «Земляне» рухындағы идеологик яҡтан үтемле йырҙар яҙҙырырға һәм провиницаль филармонияларҙың берәһенә эшкә урынлашырға план ҡорған булып сыға[7]. Ике айға һуҙылған тартҡылашыуҙарҙан һуң Шевчук менән Сигачёв «Рок-сентябрь» музыканттары һәм уларҙың тауыш режиссёры Юрий Сорокин ярҙамы менән «Компромисс» тигән альбомды (1983) яҙҙыра. Яҙма ил буйлап бик тиҙ тарала һәм «ДДТ» менән Шевчуктың исемен Ленинград рок-клубы йондоҙҙары кимәленә күтәрә.[8]
1984 йылда төпкөлдәге бик үк йәмле булмаған көн итмеште һүрәтләгән «Периферия» тигән альбомды сығарғас, Шевчуктың властар менән мөнәсәбәттәре тағы боҙола. Бер нисә тапҡыр концерттарын тыялар, әммә был йәш музыканттарҙың билдәлелеген арттыра ғына. Һөҙөмтәлә Шевчукты СССР КГБ-һының һәм ВЛКСМ-дың урындағы бүлексәләренә саҡырталар һәм етди ҡатмарлылыҡтар килеп сыҡмаһын өсөн Өфөнән китергә тәҡдим итәләр. Матбуғатта Шевчукҡа ҡаршы мәҡәләләр баҫыла, уны «Наполним небо добротой» йырының тексы өсөн хатта «Ватикан агенты» тип атайҙар[9], ә төркөмгә студияларҙа яҙылыуҙы тыялар. Шевчукты ВЛКСМ сафынан сығаралар.
Тәүҙә музыканттар Свердловск ҡалаһына күсә, унда Юрий Шевчук тансыларҙа «Урфин Джюс» төркөмөндә уйнай, ләкин тиҙҙән унан да китергә тура килә. Шевчук ил буйлап йөрөй, дуҫтарының фатирҙарында сығыш яһай. 1985 йылдың мартында ул саҡта бер кемгә лә билдәле булмаған Александр Башлачёв менән Шевчук Ленинград ҡалаһында ветеринария институтының (Мәскәү проспекты, 99) 6-сы аудиторияһында ярым легаль концертта сығыш яһай. Был концерттың яҙмаһы һаҡланып ҡала һәм 1995 йылда «Кочегарка» тигән исем аҫтында сығарыла.
1985 йылда Шевчук Мәскәүҙә йыш була һәм фатирҙарҙа скрипкасы, гитарасы һәм йырсы Сергей Рыженко менән бергә йырлауын дауам итә. Шундай концерттарҙың береһе һуңыраҡ илдә «Москва. Жара» (1985) тигән альбом булараҡ тарала.
1985 йыл аҙағында Юрий ғаиләһе менән Ленинградҡа күсә. Үҙ быуының йәш рок-музыканттары һәм рәссамдары кеүек урам һерпереүсе, кочегар, төнгө ҡарауылсы булып эшләй. 1987 йыл алдынан Шевчук «ДДТ»ның яңы составын йыя: Шевчук, Андрей Васильев (гитара), Вадим Курылёв (бас-гитара, вокал) һәм Игорь Доценко (барабандар). Өфөләге «ДДТ»нан Сигачёв ҡына ҡала, тиҙҙән ул да китә.
1987 йылдың яҙында «ДДТ» 5-се Ленинград рок-фестивалендә яңы концерт программаһын күрһәтә, концерт төп асыш тип баһалана. Шул уҡ йылды Шевчук «Рок-87» видеофестивалендә, Мәскәү эргәһендәге Черноголовкала (июнь) һәм Подольскиҙа (сентябрь) үткән бөтә союз рок-фестивалдәрендә ҡатнаша.
1988 йылдың йәйендә «ДДТ» рок-клубтың 6-сы фестивалендә тағы уңышҡа өлгәшә, Балтик буйынан Камчаткаға тиклем концерттары дәррәү бара, иң яҡшы йырҙарынан торған «Я получил эту роль» (1989) альбомын яҙҙыра. Ошо ваҡытта төркөмгә билдәле джаз саксофонсы-флейтасыһы Михаил Чернов ҡушыла.
90-сы йылдар башында сәхнәлә көстәр урынын үҙгәртә, был ватан рок-музыканттарының тәртип моделендә сағыла. Билдәле булыуынса, Юрий Шевчук Николай Растогуев менән конфликтҡа инә[10]. Илдә рок-хәрәкәттең билдәле вәкилдәре йырҙарында ҡырҡыулыҡты кәметә. Ләкин Юрий Шевчук һәм «ДДТ» үҙҙәренең йүнәлешенә хыянат итмәй, лирик, философик, социаль йырҙар һәм альбомдар яҙҙырыуҙы дауам итә. 1992 йылда Юрия Шевчуктың ҡатыны һәм илһамландырыусыһы — Эльмира Шевчук (Бикбова) 24 йәшендә рактан вафат була.
Шевчук ҙур концерт программалары («Черный Пёс Петербург», «От и до» һ.б.) эшләй. 1993 йылдың 20 майында Санкт-Петербургтың тыуған көнө уңайынан төркөм Һарай майҙанында асыҡ концерт бирә, унда 120 мең тамашасы була. Шул уҡ йәй төркөм Берлинда «Санкт-Петербургтың аҡ төндәре» тигән халыҡ-ара фестивалдә ҡатнаша, ә көҙ йылдың иң яҡшы рок-төркөмө булараҡ абруйлы «Овация» музыкаль премияһына лайыҡ була, Шевчук йылдың иң яҡшы рок-йырсыһы тип табыла.
Шевчук илдәге ваҡиғаларға — 1993 йылғы ҡораллы ҡапма-ҡаршы тороуға, Чечнялағы һуғышҡа — киҫкен фекерен белдерә бара, ваҡиғалар уртаһында ҡайнай, йыш ҡына Рәсәй властарын тәнҡитләй, ҡырҡыу социаль темаларға интервью бирә[11]. 1995 йылда Юрий Шевчук Чечняға бара. Ул блиндаждарҙа һалдаттар менән әңгәмәләшә, акустик концерттар менән сығыш яһай, бер нисә тапҡыр атыштар аҫтында ҡала. Ошо сәфәрендә Шевчук фажиғәле видеоһын төшөрә[12], унда һалдаттарҙың һәр береһенән үҙе менән таныштырыуҙы һәм ҡайһы яҡтан икәнен әйтеүҙе һорай. Бер нисә йылдан асыҡланыуынса, таҫмаға яҙылған ике тиҫтәләп егеттең һуғыштан береһе генә иҫән ҡайтҡан.
Беҙ Чечняла өс ҙур концерт бирҙек: Ханҡалала, Грозныйҙа һәм «Северный» аэропортында. Һауа торошо осошҡа яраҡһыҙ ине, беҙ колонна булып Моздокҡа киттек. Алдыбыҙҙан һаҡлауһыҙ «Урал» бара ине, уны утҡа тоттолар. Шофер ауыр яраланды. Беҙ урындағы комендатура ҡыуаҡтарҙы, йорттарҙы тикшереп сыҡҡансы ике сәғәт торҙоҡ. Шунан ары ҡуҙғалдыҡ. Туғандарыбыҙ борсолоуҙан ни эшләргә белмәй ине, ә беҙ уларға бер ниндәй хәбәр бирә алмай инек, сөнки элемтә юҡ. Концерттарыбыҙ имен үтте. Беҙ унда ябай граждандар кеүек барҙыҡ, бер ниндәй партияның да ҡурсалауы аҫтында булманыҡ. Беҙ тыныслыҡҡа өгөтләргә теләй инек, сөнки рок-н-ролл һәр ваҡыт шуның өсөн көрәшә ине. Концерттарҙа чечен яғы ла, Рәсәй яғы ла булды, ҡоралдары ла үҙҙәре менән ине, ләкин улар бер-береһенә атманы. Беҙ шуға өлгәшергә тырыша ла инек. Был бик шәп булды[13].
Минең бер «чечен» йырым бар, ихлас. «Мертвый город. Рождество». Грозныйҙағы Раштыуа көндәре тураһында ул.
Шундай мәл булды, төнөн артиллерия утҡа тотҡандан һуң ҡар яуҙы. Мин подвалдан урамға сыҡтым, шыр туҙанмын. Тынлыҡ. Харабалар яй ғына кәфенгә төрөнгән кеүек аҡ ҡар менән ҡаплана... Ә иртәнгә ҡар яуҙы…
Солох тураһында Хәсәүйорт договорына ҡул ҡуйғандан һуң Юрий Шевчук 1996 йылдың көҙөндә Грозныйҙың «Динамо» стадионында Чечен Республикаһы халҡы өсөн концерт бирҙе. Был Борис Гребенщиковтың Рәсәй музыканттары Ханҡалала һалдаттар алдында ғына түгел, ә бөтә Чечня кешеләре өсөн дә сығыш яһарға тейеш тигән белдереүенә Шевчуктың яуабы була.
1990-сы йылдар Юрий Шевчукҡа һыҙланыуҙар ғына түгел, уңыштар ҙа килтерә. «ДДТ» төркөмө бер нисә альбом яҙҙыра: «Оттепель» (1990), «Пластун» (1991), «Актриса Весна» (1992), «Чёрный пёс Петербург» (1994), «Это всё...» (1994), «Любовь» (1996), «Рождённый в СССР» (1997), «Мир номер ноль» (1999). «Актриса Весна» альбомындағы «Что такое осень» йыры «Наше Радио»ның ХХ быуаттың иң яҡшы 100 йыры хит-парадына индерелә, ул икенсе урынды ала.
Шевчук, ил буйлап ҡына түгел, сит илдәрҙә лә йыш гастролдә йөрөй. Германия, АҠШ, Австралия, Венгрия, Франция, Япония, Англия, Канада, Израиль, БДБ илдәре — бөтә ерҙә лә концерттар ҙур уңыш менән үтә.
90-сы йылдар уртаһына Рәсәй рок-музыкаһының танылған мэтрына әйләнгән Юрий Шевчук йәш коллективтарға һәм башҡарыусыларға ярҙамын туҡтатмай. Дуҫтары менән бергәләп ҙур фестивалдәр ойоштора, унда ил буйлап йөрөгәндә һайлап алған талантлы музыканттарҙы саҡыра. Фестивалдән һуң ундағы иң яҡшы сығыштарҙың яҙмалар менән «ДДТ» лейбллы дискылар сығара. Шулай итеп, йәш музыканттар киң йәмәғәтселеккә танылыу мөмкинлеген ала.
Шевчуктың музыкаль эшмәкәрлегенең икенсе бер яғы — «Фонограммщик» һәм «Попса» тигән йырҙарындағы кеүек поп-башҡарыусылар менән аяуһыҙ көрәш. Киң матбуғат сараларында тәнҡитле интервьюлар һәм мөрәжәғәттәр баҫтыра, тегеләргә ҡаҙалыуҙың төрлө юлдарын таба. Мәҫәлән, Филипп Киркоровҡа ҡаршы Юрий Шевчук Филипптың эштән ебәргән тауыш режиссёрын файҙалана. Улар икәүләп Интернетта Филипптың сәхнәлә йырлаған ҡиәфәткә инеп, фонограммаға ҡушылып, ғәмәлдә ниндәй ауаздар сығарып тороуын тарата. «ДДТ» төркөмө сығыштарҙа фонограмма ҡулланыуҙы көйләгән закон проектын эшләүҙә ҡатнаша.
Башҡорт Википедияһынан.