Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хазина
20 Май 2022, 21:35

“Күңелемә минең яуа моңдар..."

Сәғәттәр буйы сәхнәлә торғандан һуң да халыҡ ебәрергә теләмәгәс, Рафаэль ахырҙа: “Йырҙарҙың барыһын да Фәниә менән мин генә йырлап бөтә алмабыҙ ул”, — тиергә мәжбүр булғайны.

“Күңелемә минең яуа моңдар..."
“Күңелемә минең яуа моңдар..."

Әҙәбиәт

Музыка белгесе һәм йырсы Фәниә Сөләймәнова ғүмер баҡый шуларға ҡойоноп йәшәй
Сөләймәновтарҙың иркен фатиры тып-тын. Профессор Әхмәт Мөхәмәтвәли улы эш бүлмәһенә инеп алған да ҡағыҙҙарына күмелгән. Фәниә апай менән беҙҙә уның ҡайғыһы юҡ. Беҙ инде залдағы түңәрәк өҫтәл артында, ваҡыттың үткәнен дә абайламай, нисәмә сәғәт һүҙҙең осона сыға алмайбыҙ. Фәниә Байгилде ҡыҙы менән йәш арабыҙ бер иле самаһы ғына булһа ла, белә-белгәндән бирле мин уға “апай” тип өндәшәм.
Тәүҙәрәк: “Ошо Марсель, апай тигән булып, мине ҡартайта ла ебәрә”, — тип уйынлы-ысынлы орошоп ташлай торғайны. Хәҙер әллә икебеҙ ҙә өлкәнәйҙек, әллә һирәгерәк күрешкәнгә, һүҙ ҙә иҫәнлек-һаулыҡ тирәһенән үтмәй. Унан ары, ғүмерҙең һәр көнө, һәр санияһы електе һура, тәнде ҡаужыта бит инде. Әхмәт ағай, ана, өрлөк кеүек тура һынлы, киң яурынлы, сәстәре Мәсемтау түбәһендәге ҡар һымаҡ яҡтырып тора. Фәниә апай һылыулығын һис уңдырмай, баһадир ағайыбыҙ эргәһендә һығылып торған талсыбыҡ булып килеп баҫа. Был, бәлки, тәбиғиҙер, сөнки донъя ауырлығынан ҡарағай-ҡарағастар ҙа шартлап һына, ә нәфис тал, беше муйыл иһә эйелә генә. Иллә сыҙай.
Фәниә апайҙың инеш һымаҡ шыптырлап ағылған хәбәрен ҡәләмде ҡағыҙға төртөргә лә онотоп тыңлайым да сәйер бер уйҙан айырыла алмайым. Ниңә мин Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов түгелмен икән? Юҡ, Хоҙай миңә уныҡы кеүек хәтәр мыйыҡ насип итмәгән шул. Минең профессор һымаҡ аҡыллы китаптар яҙырлыҡ даланым да юҡ. Халыҡ ижады гәүһәрҙәрен эҙләп донъя гиҙеү миңә эләкмәне. Төрлө конкурстар баһаламаларында мыйыҡ һыпырып, тамаҡ ҡырып ултыра алмам. Ярай, барына хуш булайыҡ. Ә хәләле, һөйкөмлө, итәғәтле, һәммә нәмәне ярты һүҙҙән, юҡ, әйтмәҫ борон уҡ аңлай торған ефете һуң... Йә, профессор Сөләймәновҡа бындай оло бүләк ниндәй изгелектәре хаҡына бирелде икән? Хәйер, көнләшеү — йүнһеҙҙәр шөғөлө. Иң яҡшыһы — ошо ғәжәйеп ханым менән әңгәмәләшеү һәм әлеге күрешеүҙән ләззәт алыуҙыр. Ни тимә, яҙ-яҙлығын итә.
Алыҫ ҡына ҡарап, ай, күренгән,
Һарысай ҙа төлкө балаһы.
Үҙе генә йырлай, үҙе көйләй —
Ҡайһы атаның моңло балаһы.
— Фәниә апай, йыр һеҙҙе нисек тапты һуң? Уға юлығыу даланмы икән, әллә йырһыҙ ҙа ғүмер итеп буламы?
— Ул тиклемен ҡайҙан беләйем, мырҙам? Кеше тормошонда шундай мәлдәр була, Хоҙай тауыштан мәхрүм ҡалдырҙы, тигән кешенең күңелендә лә моң ярала. Бәс, йыр әҙәм балаһының тын тартыу, һиҙемләү, ҡыуаныу-хәсрәтләнеү, һөйөү-һөйөлөү һымаҡ тәбиғи хәлелер инде.
Бүтән ҡәүемдәр тураһында әйтмәйем, иллә-мәгәр башҡорт балаһының һәммәһе лә үҙ моңо менән тыуалыр. Кеше алдында өн сығарырға тартынған кеше лә эстән тауыш-тынһыҙ ғына көй тартып йөрөй. Һандуғас һайрауын ишетмәһәң дә, уның барлығына ҡыуанған һымаҡ, йыр, бер мәл мөғжизә булып, йөрәгеңә килеп ҡуныр ҙа һин дә тауышыңды дуҫтарыңа еткерә алырһың кеүек. Хәйер, тауышыңды ғына түгел инде, ярһыу-яныуҙарыңды, көтөү-һағыныуҙарыңды... Йырҙан да татлы, йырҙан да асы, йырҙан да танһыҡ, йырҙан да ғазаплы нәмә был донъяла булғанмы икән? Бармы икән?
Һуғыштан аҙаҡ, еңеү айҡанлы дәрт шаулап-эркелеп торһа ла, өйҙәр эсенә боҙ кеүек һыуыҡ тынлыҡ инеп ятҡайны. Мәжлестәр ҙә, унда ай-һайлап көй күтәреп ултырыусылар ҙа юҡ. Күкрәкте йыр түгел, бәлки иңрәү генә ярған йылдар шулай байтаҡҡа һуҙылды. Тома һуҡыр Закирә өләсәйемдең көйлө бәйеттәрен, әсәйемдең күҙ йәшенә сәсәй-сәсәй сеңләгәнен мин, етем малай, иҫ белгәс тә йыр-моңға һанап йөрөгәнмен. Диуарға эленгән ҡара ҡатырға тәрилкәләр Әсмә Шайморатова, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Хәбир Ғәлимов, Баныу Вәлиева исемдәре менән иғлан ителеүсе йырсыларҙың тауышын йәһәннәм төбөндә ятҡан ауылға килтереп еткермәһә, йыр тигән мөғжизәнең барлығын ҡайҙан беләйем? Ауылыбыҙға берҙән-бер көн Сөләймән Абдуллин тигән ағайға эйәргән концерт ҡуйыусылар килеп төштө. Беҙгә фатирға ингән Сөләймән ағайҙың күркәмлеге бер хайран итһә, йырлауы менән тамам һушты алды. Бәлки, шул тамашанан һуңдыр, мин мейене ярып барған тауышлы һәм сәхнәне бер итеп үрһәләнгән йырсыларҙы өнәмәйем. Моң, тәбиғәтем талап итеүенсә, күкрәк төпкөлдәренән ағылып ҡына сыҡһын да, беҙҙең Урал аръяғындағы дала йылғаларына оҡшап, бәргеләнмәй-сәбәләнмәй аҡһын да аҡһын ул.
Башҡорт йыры тыңлаусыларын тәрән уйҙарға һалыу һәләте менән мөғжизәле. Уның хатта шаян йырҙары ла, төртмә таҡмаҡтары ла ғәмһеҙ уйын-көлкө өсөн түгел.
Фәниә Сөләймәнованы беҙ күп йылдар Хәлитова тип белдек. Мин бер ваҡыт Матбуғат йортондағы эшемә иртәле-кис йәйәү йөрөп алдым. Иҫән-һау кешегә иртәнге саҡта эшкә, транспортта ҡағылып-һуғылмай, атлап бара алыуы үҙе бәхет инде. Юлды түтәләп, ихаталар аша бер аҙ үтеүгә, ҡаршы яҡтан, өтә баҫып, Фәниә апай килә. Ул, әлбиттә, танымағас, шәйләмәй ҙә үтеп китер ине, ләкин минең сәләмемә, дөм-ҡара күҙҙәрен көлдөрөп, яуап ҡайтара. Шул минутта уҡ ул һине онотҡандыр ҙа, тик тауышын бар ғәм таныған ханымды күреп үтеү һаран яҙмыштың көтөлмәгән йомартлығы булғандыр.
Журналистикала хәтһеҙ ғүмер үткәрелһә лә, мин әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһенә инеп һүҙ әйтергә йөрьәт итә алманым. Йыр тураһында, мәҫәлән, урынлы-урынһыҙ хәбәр ҡуйыртҡансы, уны, бәлки, өндәшмәй генә тыңлау ҙа етәлер? Мәғәфүр Хисмәтуллин йәки Абдулла Солтанов ағайҙарҙың моңона һуғарылғандан аҙаҡ, тәрән итеп көрһөнөп алыу ҙа етә.
Бер уйлаһаң, Фәниә Сөләймәнова сәхнә кешеләренең ғәҙәтләнгән образына тура килмәй. Гәлсәр ҡыңғырауҙарҙың сыңлауын йыйған тауыш, һомғоллоҡтоң ҡәҙерен белгән ир-егеттәрҙе һушһыҙ ҡалдырырлыҡ буй-һын һәм, шуларға өҫтәп, “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән олуғ исем... Ә ул: “Һин апайыңды йырсы тип күтәрмәләйһең дә ул, мин музыкаль тапшырыуҙар мөхәррире генә бит”, — тип тик ултыра. Бәлки, Фәниә Байгилде ҡыҙы хаҡлылыр ҙа, ни тимә, мөхәррирлектә, комментаторлыҡта утыҙ өс йыл ғүмер үткән. Йырсылыҡ менән мөхәррирлектең бизмәндәрен тигеҙләргә маташмайыҡ. Улар йәнәш барыусы ике яр булһа, Фәниә апай үҙе — ошо ярҙарҙы берҙәй иркәләгән йылға.
Фәниә Сөләймәнованы фәҡәт йырсы рәүешендә ҡабул итергә тырышһам да, тормош ысынбарлығына күҙ йомоу мөмкин түгел. Башҡортостан мәҙәниәте тарихына ул башҡорттоң моң хазинаһын төп барлаусыларҙың береһе булып инеп ҡалды. “Илһам”, “Халыҡ моңон — халыҡ күңеленә”, “Тере хәтер”, “Мөғжизәле музыка донъяһы” — был тапшырыуҙарҙың исеме үк уларҙың мәғәнәүи донъяһына юл аса.
“Мин халҡымдың сәскә күңеленән, /Бал ҡортондай ынйы йыямын,/ Йыямын да йәнле ынйыларҙан / Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын”.
Мәшһүр шағирыбыҙ кәрәҙҙәргә тел йәүһәрҙәрен тултырған, ә халыҡ моңдары донъяһына килеп ингән музыка белгесе һуң? Вазифа бурысын үтәү йөҙөнән, Фәниә Байгилде ҡыҙы профессиональ йырсыларҙың ижадын таҫмаларға яҙып, фонотека фондына һалып ҡалырға тырышһа, эшмәкәрлегенең икенсе йүнәлеше итеп ул халыҡ мөхитендә ишетелә йөрөп тә һәр ҡайһыбыҙҙың күңеленә әлегә юл таба алмаған йырҙарҙы яңыртыу бурысын алған. Мәғлүмдер, аҙ ғына илтифат иткәндә лә, ошоғаса өнһөҙ-тынһыҙ һәүетемсә генә йәшәп ятыусы йыраусы алтын бөртөгө һымаҡ ялтлап китә. Һеҙ хәҙер башҡорт йыры тарихын Абдулла Солтанов, Фатима Кәримова, Ғилман Сәфәрғәлин, Иншар Солтанбаев, Зәбихулла Ҡашҡаров, Ришат Вахитов, Ғәли Ильясовтарҙан бүтән күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? Көтөүсе, мөғәллимә, зоотехник, табип, журналист... Көн итеү өсөн яҙмыш уларға ошондай һөнәрҙәр биргән, ә осоуға Хоҙай моң ҡанаттарын йәлләмәгән. Сәхнә төп эш урыны булмаған кешеләр артынан “үҙешмәкәр” тигән ҡушамат эйәреп йөрөй. Халҡыбыҙ йырҙарының күптәренә юғары профессиональ әҙерлекле опера йырсылары ла батына алмай, ә Абдулла, Иншар ағайҙар “Буранбай” менән тетрәндерҙе.
Фәниә Байгилде ҡыҙы Хәлитова-Сөләймәнованың студияны ҡалдырыуына байтаҡ булып бара. Ҙур ғалимдың аҡылы йылыһында, ихлас хистәре яҡтыһында йәшәү рәхәте уға көттөрөбөрәк килде. Бының төш кенә булып үтмәүе, өндә ғүмерле булып ҡалыуы Фәниә апай кисергән ауырлыҡтарҙы оноттора алһа, донъяла ғәҙеллектең тантана итеүенә ышаныр инек. Ә йыр... Йыраусы бар, йырсы бар, йырҙы башҡарыусылар ҙа бар. Бынан байтаҡ йылдар элек филармонияла Фәниә Хәлитованың хеҙмәттәше, Татарстандың халыҡ артисы Рафаэль Ильясов менән икәүләшеп йырлауынан алған тәьҫораттары тураһында китаптарымдың береһендә яҙмай түҙмәгәйнем. Сәғәттәр буйы сәхнәлә торғандан һуң да халыҡ ебәрергә теләмәгәс, Рафаэль ахырҙа: “Йырҙарҙың барыһын да Фәниә менән мин генә йырлап бөтә алмабыҙ ул”, — тиергә мәжбүр булғайны. Хаҡ һүҙ, әлбиттә. Әммә миңә әлеге концерт дауам итә һымаҡ. Уны сәхнәгә алып сыҡҡан “Ауыл көйө”н йәнә һәм йәнә ишетәһе килә.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.

Архив, 2012 йыл.

Автор:
Читайте нас: