Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хазина
22 Май 2022, 18:40

Йырла, Зөлфир! Уңыштар һиңә! 

Ә һеҙгә Зөлфир Басировтың йыры оҡшанымы? Яҙығыҙ.

Йырла, Зөлфир! Уңыштар һиңә!
Йырла, Зөлфир! Уңыштар һиңә! 

Ғәжәп был сәнғәт донъяһы! Берәүҙәр булыр-булмаҫ тауышы, моңо менән сәхнәгә ынтыла, икенселәр, таланты була тороп та, ситтәрәк ҡала. Мәҫәлән, Зөлфир Басировты шундайҙар рәтенә индерер инем. Бығаса егетте Башҡорт дәүләт филармонияһында алып барыусы булараҡ  белә инек. Ниндәйҙер бер концертта Зөлфирҙең сығышын тамашасылар ҡул сабып, алҡышлап оҙатты, тағы йырлауын һораны. Үҙенсәлекле моң эйәһенең сәхнәлә үҙ урыны, үҙ тамашасыһы булыуын шундай уҡ тойҙо халыҡ. 

Буласаҡ йырсы Ҡыйғы районы Йосоп ауылында тыуа һәм 10 йәшенә тиклем шундай йәшәй. Унан ғаилә Күмертау ҡалаһының Маяҡ ҡасабаһына күсә. Тап Маяҡта башлана ла инде уның йырлай башлауы. Хеҙмәт уҡытыусыһы үҫмерҙең моңло тауышын ишетеп ҡалғас, һиңә йырларға кәрәк, тип кәңәш бирә.  Ҡасабала 9 класты тамамлағас, Зөлфир Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегендә белем ала. Унан һуң Өфө  дәүләт сәнғәт инситутының театр бүлеген тамамлай. Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләгән йылдарҙа башлыса һүҙ сәнғәте жанрында эшләй. “2021 йылдан йыр менән ныҡлап шөғөлләнергә булдым”, - ти йырсы.

Йырла, Зөлфир! Уңыштар һиңә! 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: