Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хазина
14 Июнь 2022, 19:50

Йырҙары менән мәңгелеккә урын алды

Тәлғәт Шәрипов менән мәжлестәрҙә бергә ултырырға, төрлө кисәләрҙә ҡатнашырға тура килгеләне. Ул баян тарта, ә тормош иптәше Факия апай моңло итеп йыр һуҙа. Тәлғәт ағай шул тиклем ихлас итеп уйнай, бөтә булмышы менән йырҙың көйөн йөрәге аша үткәреп, хисләнеп-илһамланып һыҙҙыра баянын...

Йырҙары менән  мәңгелеккә урын алды
Йырҙары менән мәңгелеккә урын алды

Халыҡ композиторы ине

Республика мәҙәниәте һәм сәнғәте ауыр юғалтыуҙар кисерә: һуңғы биш-алты ай арауығында ғына бер-бер артлы Башҡортостандың талантлы шәхестәре Нәжиб Асанбаев, Зинира Атнабаева, Филарит Бакиров, беҙҙе ташлап, баҡыйлыҡҡа күсте. Һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, фиҙакәр хеҙмәт иткән, үҙ ижадтары менән халыҡтың һөйөүен һәм ихтирамын яулаған арҙаҡлыларыбыҙ булды улар.

Вафатына ете көн үткән Тәлғәт Шәриповты ла шул рәткә индерер инем. Әйткәндәй, уның юғары дәрәжәләре лә, дәүләт наградалары ла булманы, “Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” исемен дә бик һуңлап ҡына бирҙеләр, әммә үҙенең үлемһеҙ йырҙары менән композиторыбыҙ беҙҙең тормошта мәңгелеккә урын алды.
Тәлғәт Шәрипов Саҡмағош районының Имәнлеҡул ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Хеҙмәткә берегеп, һуғышҡа киткән атай-ағайҙарын алмаштырып, колхоз эшенең бөтә нескәлектәрен белеп үҫкән малай йәштән гармунда уйнарға өйрәнә, концерттарҙа ҡатнаша. Һуңғараҡ Өфө сәнғәт училищеһында уҡый, бер үк ваҡытта музыка мәктәбендә эшләп тә йөрөй, аҙаҡ Халыҡ ижады үҙәгендә, 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында хеҙмәт итә, 1-се педагогия училищеһында уҡыта. Бәләкәйҙән егәрле ғаиләлә үҫкән бала бер эштән дә ятһынып тормай. Әйткәндәй, уның ҡустыһы Рәшит Муса улы Шәрипов — оҙаҡ йылдар заводта эшләп, “Социалистик Хеҙмәт Геройы” тигән исемгә лайыҡ булған кеше.
Тәлғәт Шәрипов менән мәжлестәрҙә бергә ултырырға, төрлө кисәләрҙә ҡатнашырға тура килгеләне. Ул баян тарта, ә тормош иптәше Факия апай моңло итеп йыр һуҙа. Тәлғәт ағай шул тиклем ихлас итеп уйнай, бөтә булмышы менән йырҙың көйөн йөрәге аша үткәреп, хисләнеп-илһамланып һыҙҙыра баянын...
“Һәүәҫкәр композитор” мөһөрө һуғылған ижадсылар араһында иң әүҙем эшләгәне Тәлғәт Шәрипов булғандыр. Ул — 400-ҙән ашыу йырҙың авторы, Рәғиҙә Янбулатова либреттоһына яҙылған музыкаль комедия, хор һәм вокаль ансамблдәре өсөн яҙылған тиҫтәгә яҡын әҫәр, бер нисә драма спектакленә көй ижад иткән композитор. “Имәндәр шаулай”, “Янғантау баҫҡыстары”, “Юлдарым һиңә бара”, “Һин онотма” кеүек йырҙарын кемдәр генә белмәй икән.
Тәлғәт Муса улына быйыл 1 ғинуарҙа 85 йәш тулғайны. Ошондай юбилей булһа, ғәҙәттә, матбуғат, телевидение, радио шаулай, ә был юлы ләм-мим... Әлбиттә, ныҡ сырхаулап түшәктә ятҡан кешегә ижад кисәһе лә, башҡа юбилей саралары ла кәрәкмәй, әммә бөтә ғүмерен халыҡҡа хеҙмәт итеүгә биргән ижадсы, күпме кешене уҡытып сығарған остаз тәбрикләүгә лайыҡ түгел инеме ни?! Был хаҡта композитор тыуған райондың етәкселәре лә, башҡа рәсми органдар ҙа онотҡан, ахырыһы.
Мәрхүм менән хушлашырға кеше күп килмәне. Күрше-күләне йыйылды, Мәҙәниәт министрлығынан, район хакимиәтенән вәкилдәр булды. Башҡортостандың Композиторҙар союзы рәйесе Айрат Ғайсинға оло рәхмәт — шул көндә үҙе етәкләгән музыка мәктәбендә “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, йәһәтләп килеп еткәйне.
Үҙенән-үҙе башланып киткән матәм митингында күберәк күршеләре сығыш яһаны, мәрхүмдең тормошто яратыуы, хәстәрлекле атай, йүнсел йорт хужаһы булыуы хаҡында һөйләп үттеләр. Үҙҙәре йәшәгән Төҙөүселәрҙең 2-се урамына (Өфөнөң Дим биҫтәһендә) Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, халыҡ композиторы Тәлғәт Шәрипов исемен бирергә кәрәк тигән бик урынлы тәҡдим әйтелде. Мәҙәниәт министрлығы ла, рәсми органдар ҙа, йәмәғәтселек тә был фекерҙе хуплар тигән ышаныс бар.
Бөгөн Тәлғәт Шәриповтың вафатына ете көн тула, мосолманса әйткәндә, “етеһе”. Һоҡланғыс кеше, тынғыһыҙ ижадсы, өлгөлө ғаилә башлығы, белемен башҡаларға ихлас өләшкән остаз тураһындағы яҙмаларым бер аҙ моңһоу ҙа килеп сыҡты шикелле.
Яҡын кешеңде юҡһынғанда уның хаҡында төрлөһөн уйлап, барыһын да иҫкә төшөрәһең инде. Тормош хәҡиҡәте шулай бит!

Аохив, 2013 йыл. 

Тәлғәт Муса улы Шәрипов 1928 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны (Хәҙер Саҡмағош районыИмәнлеҡул ауылында тыуған. Күп балалы ғаиләлә уҫә.

Уның ҡустыһы Рәшит Муса улы Шәрипов — оҙаҡ йылдар заводта эшләп, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» тигән исемгә лайыҡ була.

  • 1935 йылда Имәнлеҡул тулы булмаған мәҡтәпкә уҡырға бара. 1942 йылдан колхозда төрлө эштәрҙә эшләй.
  • 1944 йылдың февралендә уны Имәнлеҡул сельпоһында бухгалтер ярҙамсыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Унан Өфөгә Башпотребсоюзға уҡырға ебәрәләр.
  • Ауылдың үҙешмәкәр түңәрәгендә ҡатнаша. 1949 ауыл клубының мөдире итеп ҡуялар.
  • 1951—1954 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһындабаян класында уҡый.
  • 1954—55 йылдарҙа Башҡортостан республика мәҙәни‑ағартыу училещеһының (Стәрлетамаҡ) концертмейстеры.
  • 1958—61 йылдарҙа Стәрлетамаҡ мәҙәни‑ағартыу училищеһының концертмейстеры вазифаһынан тыш, баян класы буйынса уҡыта. Шул үк ваҡытта Стәрлетамаҡ балалар музыка мәктәбендә лә эшләп тә йөрөй.
  • Кушнаренко район мәҙәниәт йортоноң татар театрын ойоштороусы һәм уның художество етәксеһе (1958; 1962 йылда “халыҡ” исемен алған).
  • 1961 йылдан алып Өфөлә: Башҡорт республика халыҡ ижады йортоноң халыҡ ҡоралдары оркестрында аккомпаниатор‑концертмейстер,
  • 1965—68 йылдарҙа методист,
  • 1969 йылдан башлап дирижёр,
  • 1970 йылдан алып 20‑се урта мәктәптә,
  • 1974—89 йылдарҙа 1‑се Өфө мәктәпкәсә педучилищеһында уҡыта.
  • Шул уҡ ваҡытта үҙенең белеме өҫтөндә лә эшләй. 1973 йылда Өфө сәнғәт училищеһында музыка һәм композиция теорияһы класын тамамлай (Н. Я. Инякин класы).

1974—1975 йылдарҙа Өфө сәнғәт институтында белем ала.

1964 йылдан йырҙар ижад итә башлай. Башҡорт радиоһы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә башлай.Тамашасыларының һөйөүен һәм хөрмәтен яулай.

Ул — башҡорт, татар шағирҙарының шиғырҙарына, үҙенең текстарына (шул иҫәптән балалар өсөн йырҙар) яҙылған 400-ҙән ашыу йырҙың авторы.

Рәғиҙә Янбулатованың “Мөхәббәт ялҡындары” (1983) либреттоһына яҙылған музыкаль комедия, хор һәм вокаль ансамблдәре өсөн яҙылған тиҫтәгә яҡын әҫәрҙәр, камера‑инструменталь әҫәрҙәр, вальс һәм романстар, спектаклдәргә музыка авторы.

А.Игебаев шиғырына “Берҙән берем — ғәзиз ерем”, Ғ.Й.Рамаҙанов шиғырына “Имәндәр шаулай”, Ф.Ә.Әсәнов шиғырына “Янғантау баҫҡыстары”, Н.Иҙелбай шиғырына “Тыуған ауылым” һәм башҡа йырҙары халыҡ йырҙары кеүек таралып, телдән төшмәй һаҡланып килә.

 

Автор:
Читайте нас: